1 июлдән Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә тарифтар артты. Рәсәй Төҙөлөш министрлығында әйтеүҙәренсә, шунһыҙ хеҙмәт күрһәтеү сифатын яҡшыртыу мөмкин түгел. Башҡортостанда тарифтарҙың артыуы тәү сиратта Ағиҙел, Благовещен, Ишембай, Нефтекама, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө халҡына ҡағыласаҡ. Мәҫәлән, Һыу тәьминәте өсөн хаҡ артыуы 40 процентҡа, ә коммуналь хеҙмәт өсөн түләү уртаса 18 процентҡа етеүе ихтимал.
Икенсе ярты йыллыҡта тарифтың артыуын иҫәпкә алып, республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов халыҡҡа адреслы социаль түләү рәүешендә социаль ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә ҡушты. Бындай ярҙамға граждандар, хаҡ артымы закон менән билдәләнгән сикте үткәндә, иҫәп тота ала. Бынан тыш, аҙ тәьмин ителгән кешеләр субсидия алыу хоҡуғына эйә. Субсидия фатир өсөн түләү ғаилә килеменән 20 процентҡа юғарыраҡ булған осраҡта бирелә. Хеҙмәт күрһәтеүҙе һорап Халыҡҡа социаль ярҙамдың республика үҙәгенә, уның филиалдарына, торлаҡ-файҙаланыу участкаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.