Йәштәр ярҙамға мохтаж05.07.2014
Башҡортостандағы агросәнәғәт комплексы предприятиеларында эшләгән 16 йәш белгес конкурс нигеҙендә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә һайлап алынды.


Уларҙың 11-е — юғары һөнәри, тағы ла бишәүһе урта белемгә эйә. Конкурста 14 райондан 20 кеше ҡатнашты. Дәүләт ярҙамы саралары республикалағы агросәнәғәт комплексының кадрҙар ҡеүәтен нығытыу маҡсатында Башҡортостан Президенты тарафынан 2009 йылда ғәмәлгә индерелә. Ауыл хужалығы предприятиеларында эшләгән йәш белгестәр бер тапҡыр бирелә торған пособие һәм эш хаҡына айлыҡ өҫтәмә алыу мөмкинлегенә эйә. Вуз тамамлағандар өсөн пособие күләме — 100 мең һум, мәктәп һәм колледждан һуң 60 мең һум тәшкил итә. Шулай уҡ эш хаҡына ете һәм дүрт мең һумлыҡ өҫтәмә ҡаралған. 2009 йылдан 773 йәш белгес дәүләт ярҙамы алған.




Вернуться назад