Баҫмаһыҙ йәшәп булмай23.11.2011
Сал сәсле мөғәллимгә әүерелгән “Башҡортостан” гәзитенә ниндәй маҡтау һүҙҙәре әйтһәм дә аҙ булыр кеүек.
Ул — иң яратып уҡыған баҫмаларымдың береһе. Шуның өсөн дә мин күп йылдар инде унан айырылғаным юҡ. Донъя, ил, республика һәм йәшәйештең бөтә өлкәләренә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе ошо баҫманан алам. Студент саҡта, яҙылырға форсат булмағанда, “Башҡортостан” гәзитен киосктан һатып алып уҡыған мәлдәр иҫтә ҡалған. Илленсе йылдарҙан бирле “Башҡортостан” гәзите — минең иң яратҡан кәңәшсем, тип әйтер инем.
Һуңғы ваҡытта уның биҙәлешенең яҡшырыуы, онотолоп барған рубрикаларҙың тергеҙелеүе лә үҙенә йәлеп итә. “Өлгөрбай яҙмалары” аҫтында тәнҡит мәҡәләләре һәм фельетондарҙың күренеүе лә гәзитте уҡымлы итә.
Үкенескә ҡаршы, үҙем йәшәгән ауылда “Башҡортостан”ды мин генә алдырам. Ә бит ауылда уҡытыусылар, депутаттар, халыҡ менән эшләүсе кадрҙар ҙа йәшәй. Гәзит уҡымайынса тома һуҡыр булып ятыуҙы күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Телевизорҙы һәр ваҡыт ҡарап ултырыу ҙа ялыҡтыра. “Башҡортостан”ды ҡулға алып уҡыуға ни етә!
Сабирйән ТӨХВӘТУЛЛИН.
Әбйәлил районы,
Елембәт ауылы.


Вернуться назад