Уҡыуҙағы уңышта ла өлөшө ҙур04.07.2014
Уҡыуҙағы уңышта ла өлөшө ҙур
“Америкаға йәки Бөйөк Британияға нисек барып ҡайтырға?” тип баш вата­һығыҙмы? Фатима Мос­тафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимна­зияһы уҡыу­сылары­ның был хыялы тормошҡа ашты ла инде.



Америка-башҡорт интерколледжы тиҫ­тә йыл милли белем усағы уҡыусы­лары өсөн йәйге лагерь ойоштора. Унда шөғөл­лән­гәндәр күптән түгел уҡы­­­­­­­тыу­­­сылары, ата-әсәһе, ола­­­­­­та­­һы-­өләсәһе, киң мәғ­лүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре алдында ике аҙнала өлгәшкән ҡаҙа­ныштарын күрһәтте. “Лагер­ҙа бер көн” тип аталған осра­шыуға Америка-башҡорт ­ директоры Вячеслов Швайко менән 20-се гимназия етәксеһе Илдар Моталов килде.
Бында 40-ҡа яҡын кеше шө­ғөлләнә икән. Өфө уҡыусы­ла­рынан тыш, Благовещен ҡа­­­­­­ла­­­һынан дүрт бала килгән. Уҡытыу мәктәптәге дәрестәрҙән айырыла. Инглиз телен китап ярҙамында түгел, ә ғәмәли эштәр аша өйрәнәләр.
Үҫмерҙәр көндө физик күне­геүҙәрҙән башлай. Уны Американан килгән, Баш­ҡортостанда биш йыл йәшәгән инструктор Джереми Савадж мауыҡтырғыс итеп үткәрә.
Төшкө ашҡа тиклем уҡыу­сылар инглиз телендә йырҙар өйрәнә, брейк-данс, ҡул эше, спорт менән шөғөлләнә, Интернет серҙәренә төшөнә. Ребекка Эмерик драма дәресендә балаларҙың актерлыҡ һәләтен үҫтерә. Социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәр­биәлән­гәндәр өсөн лидерлыҡ мәктәбе лә бар.
Айырым темаға арналған саралар ойош­тороу лагерҙа күр­кәм йола­ға әй­ләнгән. Әлеге бай­рамда уларҙа үҙе­нең һә­ләтен, өлгөрлөгөн күрһәт­кәндәр приз­дар һәм дипломдар менән бүләкләнде.
Интерколледж директоры әй­те­үенсә, уҡыусылар алдына ҡуйылған төп шарт шул: дәрестә барыһы ла инглиз телендә генә һөйләшергә тейеш. “Ла­герҙың маҡ­саты – грамматиканы яттан белеү түгел, ә үҫмерҙәрҙең тел­мәрен үҫтереү, оялсанлыҡты, баҙнатһыҙлыҡты еңеү”, – тине ул.
Лагерҙа 14 – 17 йәшлек балалар шө­ғөлләнә. Эште ойошто­роуҙа Өфөнөң Совет районы хакимиәтенең дә ярҙамы ҙур: балаларҙы туҡландырыу мәсьә­ләһе – уларҙың иңендә.
– Проекттың тап беҙҙә тор­мош­ҡа ашырылыуына шатбыҙ, балаларҙың йәйге ялы күңелле һәм файҙалы үтә, – тине гимназия директоры Илдар Моталов. – Элек инглиз теле аҙнаһына биш сәғәт уҡытыла ине, хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өсәүгә ҡалды. Был бушлыҡты интерколледж ярҙамында тулты­ра­быҙ.
Лагерҙың кәрәклеген шул да раҫлай: Совет районы мәктәп­тәре араһында 20-се гимназияла инглиз теленән БДИ биргән уҡыусылар өс тапҡырға күберәк. Сифат та юғары.
Лагерҙа шөғөлләнгәндәргә ха­лыҡ-ара стандарттарға ярашлы сертификат бирелә. Яҡшы һө­ҙөмтәләргә өлгәш­кәндәр сит илгә барып ҡайтыу мөмкинлеген ала.
Программа Рәсәйҙең бүтән ҡа­лала­рында ла эшләй баш­лаған. Бындай лагерҙар 20 урында бар. Башҡортос­тандағы интерколледж – улар араһында иң ҙуры.




Вернуться назад