Шифалы ямғыр бир, Раббым!04.07.2014
– Һуңғы йылдарҙа йәй ҡоро килә. “Был хәл әҙәм балаларының Аллаһ ­ шөкөр итмәй йәшәүенә, иманһыҙ ҡыланыуҙарға бәйле” тигән һүҙ­ҙәргә ҡарата ни әйтерһегеҙ, Нур­мөхәмәт хәҙрәт?

Д. ИСКӘНДӘРОВА.


Ейәнсура районы.


Шифалы ямғыр бир, Раббым!Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

–Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-лә­һи раббил-ға­лә­мин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мү­хәммәдән ғәлә әлиһи үә әсхә­биһи әжмәғин.
Аллаһ Тәғәлә үҙе­нең рәхмәте менән яратҡан ер­ҙе шифалы ям­ғыр­ҙарын ебәреп те­­релт­кән. Ошо хик­мәт­ле тәбиғәт күре­не­ше хаҡында “Ҡөрьән Кәрим”дә бик күп аят кәримә бар. “Беҙ һеҙгә һыуҙы күктән индерҙек, – тиелгән. – Бер өлөшөн ерҙә һаҡлап ҡалдыҡ. Ямғырҙы туҡтатырға ла көсөбөҙҙән килә”.
“Аллаһ Тәғәләгә иман килтерегеҙ, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаһын өсөн Уға тәүбә ҡылығыҙ, – тигән Нух ғәләйһис-сәләм Хоҙайҙың берлегенә саҡырғанда. – Шул ваҡытта Хаҡ Тәғәлә күктән ямғыр ебәрер һәм һеҙҙе бала, баҡса, мал менән байытыр”.
Ысынлап та, был тәбиғәт күренеше – ҙур хикмәттәрҙең береһе. Хатта ки ямғыр яуған ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғә­ләйһис-сәләм: “Эй, Раббым, был ямғырҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, –тип айырым доға ҡылыр булған.
Һыуҙың көсөн аңлап етеү ҙә мөмкин түгел. Мәҫәлән, ул үҙенә бөтөн мәғлүмәтте ҡабул итә. “Бисмилләһ” әйтелһә, яҡшы уй-теләк менән ҡулланылһа, шифалыға әүерелә. Ә насар, ауыр мәғлүмәт арҡа­һында ярһып китеп, ташып, әллә күпме һәләкәткә килтереүе ихтимал. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һыуҙың – тәбиғәттең инешенең – ҡәҙерен белеү, уның янында тик изгелек ҡылыу, тормоштоң йәмен-тәмен тойоп, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп йәшәү зарур.
Төбәгебеҙ йылға-күлгә, шишмәләргә ифрат бай. Ләкин был тәбиғәт мөғжизә­ләрен мәңгелек тип әйтеп булмай. Күребеҙсә, һуңғы йылдарҙа һыу кә­ме­­гәндән-кәмей. Байлығыбыҙҙы һаҡлайыҡ, уны исраф итмәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Айырыуса әле, изге Рамаҙан шәриф айында, Аллаһ Тәғәләгә тәүбә ҡылайыҡ, гонаһтарыбыҙҙың ғәфү ителеүен һорайыҡ. Бының урынына ергә Хоҙайҙың рәхмәте – шифалы ямғыр тамсылары – төшөп, тирә-йүнебеҙ сафлыҡҡа, һутҡа, бәрәкәткә күмелер.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә һыуҙың ҡәҙерен белергә, бер-беребеҙгә, тәбиғәткә ҡарата изге теләктә, күркәм мөнәсәбәттә булырға насип ҡылһын. Изге Рамаҙан шәриф айы мөбәрәк булһын, уны изге уй-теләктә, яҡшы ғәмәлдәр менән үткәрәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад