Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында ҡыуанып ҡына үҫеп килгән биш йәшлек Илмир Иманғоловта ҡот осҡос сир табылды: уның баш мейеһендә яман шеш бар.
Яңыраҡ Илмир Мәскәүҙә нур терапияһы үтте лә әсәһе менән Нижневартовск ҡалаһына юлланды: унда тағы һигеҙ тапҡыр химия ярҙамында дауа алырға кәрәк. Һуңынан тағы ла – Мәскәүгә, нур терапияһына...
Юлға һәм дауаланыуға талап ителгән аҡса ғаилә иңенә ҙур йөк булып ятҡан: әсәһе көнө-төнө улы менән бергә булырға тейеш, ә атаһының эш хаҡына барлыҡ сығымды ҡаплап булмай. Әйткәндәй, Интернет селтәре аша Илмиргә ярҙам ойоштороу башланған. Әлегәсә 50 мең һум самаһы аҡса йыйылған, уны Мәскәүгә дауаланыуға барыу өсөн сарыф иткәндәр. Мөмкинлек килеп сыҡһа, малайҙың ата-әсәһе сит ил клиникаларына ла мөрәжәғәт итергә әҙер.
“Дуҫың барлығы бәлә килгәндә күренер”, ти халыҡ. “Ил төкөрһә, күл була” тигән әйтемде лә беләбеҙ. Милләтебеҙҙең йәш вәкиле Илмирҙең яҙмышына битараф ҡалмайыҡ, уның ғаиләһен яҙмыш һынауын яңғыҙ үтеүгә дусар итмәйек, дуҫтар! Һәр кемебеҙ хәленән килгәнсә аҡса күсерһә, Илмирҙе ҡурҡыныс сирҙән йолоп ҡалыу мөмкинлеге тыуасаҡ.
Илмиргә матди ярҙам күрһәтеү өсөн Рәсәйҙең Һаҡлыҡ банкынан бирелгән картаның номеры –
4276880008991659,
һаҡлыҡ кенәгәһенең иҫәбе – 40817810967160214445.