Бөртөкләп йыйылған йәдкәр04.07.2014
А
асман и., фарс. – күк, күк йөҙө
асыл и., ғәр. – 1. тамыр, нигеҙ; 2. төп мәғәнә, эске йөкмәтке
аҫалат и., ғәр. – затлы нәҫел
аҫим с., ғәр. – 1. гонаһ ҡылыусы; 2. енәйәтсе
аҫтар и., ғәр. – кейемдең мамығын көйләгән бүҙ (аҫтар һалыу)
аҫыл с., ғәр. – 1. ысын, затлы (аҫыл кейем, аҫыл зат); 2. юғары баһаға торошло (аҫыл ир)
атлас и., ғәр. – ебәк туҡыма (атлас күлдәк)
атраф и., ғәр. – тирә-йүн, тирә-яҡ (Урал атрафы)
атәш и., фарс. – ут, ялҡын
ауаз и., фарс. – өн, тауыш
ауара и., фарс. – 1. эшһеҙ-ерһеҙ буш йөрөгән кеше (ауара булыу); 2. аңҡы-тиңке
ауҡат и., ғәр. – аҙыҡ, ашамлыҡ, ризыҡ
афаҡ с., ғәр. – бик юғары (афаҡ дәрәжә)
афарин ы., фарс. – хуплау һүҙе
афәт и., ғәр. – ҙур бәлә
ахбари и., ғәр. – тарихсы, тарих яҙыусы
ахмаҡ с., ғәр. – аҡылһыҙ, һәтәү
ахунд и., фарс. – юғары дәрәжәле мулла
ахыр и., ғәр. – аҙаҡ (көндөң ахыры)
ахыры р., ғәр. – 1. һуңынан (эштең ахыры); 2. фаразды белдерә (килмәҫ ахыры)
ахәр с., ғәр. – башҡа, бүтән
аһәң и., фарс. – матур көй
ашөфтә с., фарс. – борсоулы (ашөфтә булыу)
аян с., ғәр. – билдәле (аян хәл)
аят и., ғәр. – 1. билге, ғәләмәт; 2. Ҡөрьән сүрәһенең айырым бер бүлеге

Б

баб и., ғәр. – 1. ишек, ҡапҡа; 2. китап-яҙманың бүлеге; 3. мәсьәлә (мөһим баб); 4. эш-тормоштоң бер өлкәһе (игенселек бабы)
бабунәж и., фарс. – аҡ сәскә
бағ и., фарс. – баҡса
бағбан и., фарс. – баҡсасы
бағбостан и., фарс. – емеш-йәшелсә баҡсаһы
бағи и., ғәр. – 1. йәберләүсе, залим; 2. сиктән, тәртиптән сығыусы (бағи һүҙ)
бағиҫ и., ғәр. – сәбәп, һылтау
бағстан и., фарс. – баҡсалыҡ
бад и., фарс. – ел
бади и., ғәр. – башлаусы, башлап ебәреүсе
бадирә и., ғәр. 1. билге; 2. тәүге аҙым; 3. уйламаҫтан ысҡынған һүҙ
бадиә и., ғәр. – 1. сүллек; 2. күсмә халыҡ
баҙам и., фарс. – сәтләүекле көньяҡ ағасы; миндаль

Ҡыҫҡартмалар:
ғәр. – ғәрәп теленән; фарс. – фарсы теленән; ур. – урыҫ теленән; фр. – француз теленән; лат. – латин теленән; фарс.-ғәр. – фарсы һәм ғәрәп теленән; нем. – немец теленән; ингл. – инглиз теленән.
и. – исем; с. – сифат; ҡ. – ҡылым; к. – киҫәксә; күпл. – күплек форма; хәб. функ. – хәбәр функцияһында; инш. – инеш һүҙ; р. – рәүеш; т. – теркәүес.


Вернуться назад