Районыбыҙҙа 30-ға яҡын мәсет бар. Рамаҙан айы башланыр алдынан, йома көндө, тағы ла бер иман йорто ҡалҡып сыҡты.
Иҫке Күктау халҡы изге эште үҙе башланы: бер йыл элек тап ошо ваҡытта ауылдаштар бергәләп иҫке мәсет ихатаһында өмә үткәреп, яңыһына нигеҙ һалды. Төп ниәт, әлбиттә, динебеҙҙе үҫтереү, йәштәр күңелендә әхлаҡ, иман тәрбиәләү, эскелекте бөтөрөү, кешеләрҙе дуҫ, татыу йәшәргә өндәү ине.
Тантананы район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин асты. Ауыл халҡына изге теләген шулай уҡ Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ф.Р. Шәйхетдинов, Иҫке Күктау ауыл Советы хакимиәте башлығы Р.М. Мөбәрәков, Илеш, Баҡалы райондарының имам-ахуны Рөстәм хәҙрәт Абушахмин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Суфиян Поварисов, “Урожай” хужалығы етәкселәре еткерҙе.
Тарихҡа килгәндә, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1944 йылдың яҙында, баҫыуҙа көҙҙән ятып ҡалған башаҡтарҙы йыйып ашап, ауыл халҡы күпләп ағыуланған. Һанаулы көндәр эсендә уларҙың яртыһы һәләк булған, ҡайһылары тотош ғаиләһе менән үлгән. Ошо ҡорбандарҙың рухына бағышлап, таҡтаташ асылды.
Тантаналы сара шундай һүҙҙәр менән тамамланды:
“Изгелекле милләтемдең
Күңел күктәрен яҡтырт!
Көлөп торһон киләсәктә
Һәр бер ғаилә, һәр бер йорт!”
Унан, ҡорбан салынып, аш әҙерләнде.
Иҫке Күктау – Илештә иң төҙөк, матур ауылдарҙың береһе. Халҡы тырышлығы, уңғанлығы менән айырылып тора. Манараһы күккә олғашҡан, ихатаһы сәскәгә күмелгән, ҡоймалары әкиәт илен хәтерләткән иман йорто был күркәмлекте тағы ла арттырҙы. Барлыҡ ауыл халҡының, эшҡыуарҙарҙың, ситтә йәшәгән яҡташтарҙың күңел йылыһы һалынған бит уға!
Раушания СӘХӘҮЕТДИНОВА, эшҡыуар:– Ауылымда – тарихи мәл. Ошондай күркәм мәсет асылыуына ифрат шатмын. Тыуған ауылымдың яҡты киләсәгенә ышанысым ҙур.
Әлмир МӨХӘРЛӘМОВ, Өфө ҡалаһы:– Студент сағымда уҡ мәсеткә барып хәйер һала торғайным. Хәҙер тыуған төйәгемдә лә ошондай рух мөйөшө асылды. Иман йортона инеп, хәйер биреү, доға ҡылыу, юлға фатиха алыу һәр ауылдашымдың тормошона бәрәкәт бирер, иншаллаһ.