Пай ере менән кем байыр?04.07.2014
Ауыл хужалығы, ер мәсьәләләре мине даими борсой. Колхоздарҙы таратыуҙы ла, ерҙе шәхси хужалыҡтарға өләшә башлауҙы ла хата аҙым тип иҫәпләйем. Белемем буйынса агроном булараҡ, быға дәлилдәр килтерергә теләйем.


Пай ерҙәрен (әйткәндәй, беҙҙең яҡтарҙа һәр крәҫтиәнгә ул яҡынса 3 гектарҙан тура килә) халыҡҡа таратҡанда социаль ғәҙеллек ситтә ҡала. Бик күптәргә тау итәктәрен, йәғни тупраҡ эрозияһына ныҡ бирешкән һөҙәк урындарҙы өләшәсәктәр. Уңдырышлылығын юғалтҡан ундай ерҙәрҙә һәйбәт ашлыҡ үҫтереп булмай. Бынан тыш, күмәк хужалыҡтарҙың иң алыҫ баҫыуҙарын пайҙарға бүлгеләү ҙә ҙур һорауҙар уятасаҡ, сөнки иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем ваҡыт арауығында крәҫтиәнгә алыҫ ара һөҙөмтәһендә йыш ҡына яланда ҡунып ҡалырға тура киләсәк. Башлыса бер сәбәптән – техниканы һәм эш ҡоралдарын урлаттырмау маҡсатынан. Ерҙе пайҙарға бүлгеләгәс, баҫыу-ҡырҙа­рыбыҙҙа 100-200 метр һайын тиерлек өҫтәмә юл барлыҡҡа киләсәк. Оҙаҡҡа һуҙылған ямғырҙар, әлбиттә, уларҙа тәрән йырғанаҡтар хасил итәсәк.
Гәзит уҡыусылар иғтибар иткәндер: баҫыу юлдарының ике яғы ла йәйҙәрен сүп үләне үрсеткескә әйләнә. Тимәк, пай ерҙәрендә ошоға бәйле хәл ҡатмарлашасаҡ. Әгәр крәҫтиән үҙенә ерҙе иген игеү маҡсатында ала икән, был осраҡта уға һабан, сәскес, культиватор, комбайн, трактор кеүек төрлө техника юлларға, уларҙы бер-бер артлы йүнәтергә тура киләсәк. Билдәле, ошо тиклем күп техника ихатаға һыймаясаҡ. Тимәк, был яҡтан да сетерекле хәл тыуа.
Пай ерҙәрендә, йәғни бер нисә генә гектарҙа үҫтергән уңыштан алынған саф табыш крәҫтиәнгә финанс яғынан ышаныслы терәк була алмай. Һөҙөмтәлә бихисап шәхси хужалыҡта иген игеү ябай ғына технологияларҙы ҡулланып алып барыласаҡ.






Вернуться назад