Йөҙйәшәр яугирҙең 69-сы Еңеү яҙы04.07.2014
Йөҙйәшәр яугирҙең 69-сы Еңеү яҙы
Атйетәр ауыл Советына ҡараған Һыулы Ҡыуаҡ ауылында һуғыштың ут-һыуын кискән йөҙйәшәр яугир-уҙаман йәшәүен белгәс, һәммәбеҙҙә лә уны барып күреү теләге уянды. Ауыр һынауҙарҙы үтеп сыҡҡан, әлеге ваҡытта иҫән-һау йәшәп ятҡан уҙаман геройҙарыбыҙҙы бөгөн, ысынлап та, тере легендаға тиңләрлек. Улар хаҡында һөйләмәү мөмкин түгелдер.


“Бында Бөйөк Ватан һуғышы яугире Мөҙәрис Әбдиев йәшәй” тигән яҙыулы өйгә барып инһәк, беҙҙе, түрбаштағы карауатынан тороп, бәләкәй генә кәүҙәле, мөләйем йөҙлө, сабый балалай эскерһеҙ олатай ҡаршы алды. Ни йомош менән йөрөгәнебеҙҙе белгәс, шул уҡ ихатала ике ҡатлы ҙур йортта йәшәүсе улын саҡырырға ҡушты. Фәнил ағай, Өфө ҡалаһында инженер-механик булып эш­ләп, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң атаһын ҡарарға ауылға ҡайтҡан.
– Атайымды күпме генә өгөтләһәк тә, ҡалаға беҙҙең эргәгә күсеп килеү түгел, үҙенең бәләкәй өйөнән ҙур йортҡа йәшәргә ингеһе лә килмәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа күҙҙәре бик насар күрә, шулай ҙа йорт эсендә үҙаллы иркен хәрәкәт итә, ашарына әҙерләп бирһәң, үҙе артынан йыуып-йыйыштырып та ҡуя. Тышҡа сығып йөрөй, мунсала сабына ла әле хатта. Үҙ ғүмерендә дауахананың ни икәнен белмәне. Күп ваҡыт шифалы үләндәр ярҙамында дауаланды. Шулай ҙа Өфөгә алып ҡайтып ҡараған саҡта табиптар яҙып биргән дарыуҙарҙы инде ике йыл дауамында эсерәм, күҙенә тәбиғи йәш тамсыһы һалып торам. Шуныһы ҡыҙыҡ: атайым беҙ йәш саҡта ла, әле лә, йәшерен ғәскәрҙә хеҙмәт иттем, тип һуғыш серен бер ваҡытта ла асманы. Ә сәйәсәт тураһында ул һаман да һөйләшергә әүәҫ, бәхәсләшергә ярата, радио тыңлай, – тип һөйләне Фәнил ағай.
Мөҙәрис олатай, һуғыш тураһында һораша башлағас, йәшләнгән күҙҙәрен ҡулъяулығы менән һөртөп алды. Фотоға төшөрөргә йыйынғанды күреп, яңы түбәтәйен алып кейҙе.
Мөҙәрис Әбдиев 1943 йылдың кө­ҙөндә, 29 йәше тулыр алдынан, һалдат сафына баҫа. Һуғыштағы тәүге сыны­ғыу­ҙы Волхов фронтындағы ҡанлы һәм ҡаты алыштарҙа ала. Артабан Карел ут­рауҙарында барған ҡанлы бәрелештәрҙә ҡатнаша. Фин снайперының пуляһы ике ҡулын да яралағандан һуң, Свердловск ҡалаһында госпиталдә дауаланып сыға. Икенсе тапҡыр аяғы ҡаты яраланғас та шул уҡ госпиталдә ята. Маршал Константин Рокоссовский етәкселегендәге күп алыштарҙа яуҙаштары менән бергә ныҡлы әҙерлекле дошманға йәне-тәне менән ҡаршы тороп, илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ өлгөләре күрһәтә. Был хаҡта уның күкрәген биҙәгән орден һәм миҙалдары һөйләй. Бөйөк Еңеүҙе һуғыш һыҙығында ҡаршы алғандан һуң тыуған яғына 1946 йылдың июнендә генә әйләнеп ҡайтырға насип була уға.
Ауылында төпләнә, өйләнә. Үкенескә, тәүге тормош иптәше бала тапҡанда вафат була. Сабый ҡыҙы Тәнзилә менән яңғыҙ тороп ҡалғандан һуң Мәрғиә исемле ҡыҙҙы кәләш итеп ала. Был ғаиләһендә улдары Фәнзил, Фәнил, Фәнис донъяға килә.
Тыныс тормошта Мөҙәрис Әбдиев “Правда” хужалығында малсы, көтөүсе булып эшләй. Йылҡы малын бик ярата, әле лә улы аҫраған ат менән ҡы­ҙыҡһынып, сығып ҡарап тора. Уҙаман 77 йә­шендә генә хаҡлы ялға туҡтаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәләл ефете Мәрғиә Арыҫлангәрәй ҡыҙы ун йыл элек гүр эйәһе булған.
Балаларының барыһы ла, юғары уҡыу йорто тамамлап, ғаилә ҡороп, ҙур урындарҙа эшләй. Биш ейән-ейәнсәре, дүрт бүләсәре бар. Ҡартлыҡ көндәрен балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә кисере­үе менән бәхетле хеҙмәт һәм һуғыш ветераны.
Декабрь айында йөҙ йәшен билдәлә­йәсәк Мөҙәрис Миңлеғариф улы – Һыулы Ҡыуаҡ ауылының ҙур хөрмәт ҡаҙанған абруйлы аҡһаҡалы. Уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләргә генә ҡала.






Вернуться назад