Уҡыу йортонда ғына түгел, ғөмүмән, Ишембай ҡалаһында татар егете Марсель Бәшировты белмәгәндәр һирәктер. Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы уйындарында сығыш яһаумы, ҡала, республика кимәлендә үткән концерттарҙа йырлау-бейеүме – береһенән дә ситтә ҡалмай ул. Барыһына ла өлгөрә. Шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле тәҡдимдәргә лә маһир Миәкә егете. “Идеялар генераторы” тип йөрөтәләр үҙен. Ә күптән түгел Марсель урыҫ телендә яҙылған диплом эшен башҡортса яҡлаған.
Ишембай нефть колледжында ғилми хеҙмәттәрҙе инглиз телендә яҡлау күптән йолаға әүерелгән. Уҡытыусылар билдәләүенсә, бындай аҙым йәш белгес өсөн киләсәктә күңелгә ятҡан һөнәрҙе табыу мөмкинлеген арттыра, сөнки әлеге белем усағын тамамлаусыларҙың араһында донъя кимәлендә эш иткән ойошмаларҙа хеҙмәт итеүселәр байтаҡ. Әлбиттә, ундайҙарға киләсәктә инглиз телендә йыш аралашырға тура килә. Ә бына ғилми эште башҡорт телендә яҡлау – ысынлап та яңы күренеш.
Хөрмәткә лайыҡ аҙымын Марсель милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арнаған.
— Башҡортса яҡлау, әлбиттә, яуаплылыҡты өҫтәне. Башҡорт теле уҡытыусыһы Лена Вәлишина менән әүҙем эшләнек, бигерәк тә техник яҡтан күп көс түгелде: тәржемә иткәндә аңлатмалар эҙләп оҙаҡ ултырҙыҡ. Был – беҙҙең өсөн мөһим еңеү, сөнки халыҡ батырының рухын данлау, милләтебеҙгә ҡарамаҫтан, иңебеҙгә ятҡан мөҡәддәс бурыстарҙың береһе, — ти буласаҡ белгес.