Эстондар уны онотмай04.07.2014
Июнь башында Палдиски ҡалаһы хакимиәтенән быйыл 11 июлдә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға һәм “Эстония онотмай: Салауат Юлаев” китабы менән таныштырыуға арналған семинарҙа ҡатнашыуымды һорап мөрәжәғәт иттеләр.


Ҡала идаралығы һәм башлығы исеменән Салауат Юлаевтың тормошо һәм ижады, Таллинндағы “Ағиҙел” башҡорт милли йәмғиәте башланғысы менән Эстонияның “ТЕА” нәшриәте эстон һәм урыҫ телдәрендә нәшер иткән китап тураһында һөйләүемде үтенделәр. Баҫманың авторы һәм төҙөүсеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Ағиҙел” йәмғиәте рәйесе Флүзә Хәйруллина. Милли батырыбыҙ тура­һындағы китапты эстон теленә Таллинн университеты студенты Илнур Хәйруллин, шағирә Ли Сеппел һәм шағир Андрес Ехин тәржемә иткән.
Сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән йыйын­тыҡҡа Салауат Юлаевтың биографияһы, Емельян Пугачев етәкселегендәге инҡилап тарихы, батырҙың шиғырҙары, Мостай Кәримдең “Салауат” драмаһы, замандаш­тарыбыҙҙың яҙмалары, Эстониялағы Милли архивтың документтары ингән. Инеш һүҙҙе Эстония Республикаһының мәҙәниәт министры Урве Тийдус яҙған. “Быйыл башҡорт халҡы үҙенең милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуҙы билдәләй. Беҙ Таллинндағы “Ағиҙел” башҡорт йәмғиәтенең ошо юбилейға арнап “Эстония онотмай: Салауат Юлаев” китабын сығарыу башланғысын хуплайбыҙ. Был китап Эстония халҡын тарихыбыҙҙың аҙ билдәле, әммә мөһим биттәре менән таныштырасаҡ, эргәбеҙҙә йәшәгән башҡа милләт вәкилдәрен яҡшыраҡ аңлау мөмкинлеген бирәсәк”, – тиелә унда. Шулай уҡ Салауат Юлаевты өйрәнгән билдәле тарихсы Инга Гвоздикованың, филология фәндәре докторы, профессор Мирас Иҙелбаевтың тарихи факттары урын алған китапта.
Эстония делегацияһы 3—7 июлдә батырҙың тыуған яғында уҙғарылған Салауат йыйынына саҡырылды. Ә 10—12 июлдә Эстонияла уның тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған саралар, шулай уҡ Палдискиҙа Ҡала көнө ойошторола. Унда Рәсәйҙән, Европанан бик күп ҡунаҡтар, шул иҫәптән Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһының килеүе көтөлә.

Марат ҒӘЙНУЛЛИН,
Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы, Эстониялағы урыҫ әҙәбиәтселәре берекмәһе ағзаһы, Игорь Северянин һәм Александр Невский исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.



Вернуться назад