Бөгөн сәғәт 11-ҙә Өфөләге «Таң» ҡунаҡханаһында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған «Бөгөнгө шарттарҙа йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү» темаһына төбәк-ара семинар үтә. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ойоштора.
Семинар эшендә Рәсәй төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән башҡорт йәмәғәт ойошмалары ағзалары, республика район һәм ҡалаларындағы ҡоролтайҙарҙың башҡарма комитеттары рәйестәре, шулай уҡ министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнаша.