Салауаттарға – салауат!04.07.2014
Салауаттарға – салауат!
Салауат ҠАСИМОВ, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты:

– 1934 йылда Белорет ҡалаһында тыуғанмын. Атайым 112-се Башҡорт кавалерия диви­зияһында һуғышҡан, 1944 йылда яу яланында һәләк булған. Әсәйем дүрт баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы, барыбыҙға ла юғары белем алырға ярҙам итте.
Был исем холоҡ-фиғелгә ҙур йоғонто яһай тип уйлайым, уға лайыҡлы булырға тырышып йәшәнем. Тарих фәне йүнәлешенән китеүемә лә ниндәйҙер кимәлдә ошо исем этәргес булғандыр. Әммә XX быуат тарихы менән ҡыҙыҡһыныуым көслөрәк булды. Зәки Вәлидиҙең шәхесен, автономия мәсьәләләрен өйрәндем.
Салауат Юлаев халыҡтан сыҡҡан, халҡы мәнфәғәтен яҡлаған шәхес булған. Тап ошо сифаттары өсөн барыһы ла уны ярата. Башҡорт халҡы иҫән саҡта Салауаттың исеме лә йәшәйәсәк.

Салауаттарға – салауат!Салауат ИТБАЕВ, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, атҡаҙанған артист:
– Атайым: “Һуғыш мәхшәренән имен-аман әйләнеп ҡайтһам, кинйә улыма Салауат тип исем ҡушырмын”,– тип вәғәҙә биргән. Әйткәндәй, ул йылдарҙа фронтта “Салауат Юлаев” тигән танктар, самолеттар ҙа булған. Степан Злобиндың романы буйынса 1940 йылда төшөрөлгән фильм да ошо осорҙа йыш күрһәтелә башлаған. Илһөйәрлек, еңеү рухы шауҡымында ҡушылған исемем ҙур яуаплылыҡ өҫтәй һымаҡ. Үҙеңде лидер, етәксе тип хис итәһең. Күңелдә ғорурлыҡ йәшәй. Исемеңде лайыҡлы, юғарыраҡ итеп йөрөтөргә тырышаһың.
Армияға алынғас, Германияла хеҙмәт иттем. Үҙем менән таныштырыуым була, хеҙмәттәштәрем: “Башкирия, Салават Юлаев”, – тип арҡанан ҡаға. Әрмәндәр, грузиндар, эстондар менән хеҙмәт иттек. Улар мине “Потомок Салавата” тип йөрөтә торғайны.
Салауат Юлаев – үлемһеҙ шәхес. Уның уйҙары, фекерҙәре бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала. Милләт өсөн янып, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәшкә сыҡҡан батырҙың исемен халыҡтың бөгөн дә яратып, ҙур ихтирам менән телгә алыуына бер ҙә аптырарға түгел.
Уның образына байтаҡ мөрәжәғәт иттем. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары булған артистар менән концерттар эшләү бәхете тейҙе. Флүрә Килдейәрова, Азат Айытҡолов, Миңләхмәт Ғәйнетдинов, Иҙрис Ғәзиев һәм башҡалар менән күңел тетрәткес тамашалар ҡуйҙыҡ.

Салауаттарға – салауат!Салауат Юлай улы БАЙРАМҒОЛОВ, Өфө ҡалаһының 83-сө лицейында эшләй, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы:
– Минең фекеремсә, исемем тормошома ҙур йоғонто яһаны. Тап Салауат Юлай улы булғанға яҙмышым ыңғай ғына барҙы, маҡсаттарыма өлгәшә алдым һәм үҙемде бәхетле кеше тип һанайым. Ике улым, өс ейән-ейәнсәрем бар.
Салауат исеме – тылсымлы, сихри ул. Танышҡанда ҡайһы бер кешеләр аптырап ҡала, һуңынан исем-шәрифемдең сере хаҡында ҡыҙыҡһынып һорау бирәләр. Салауат Юлай улы булғаным менән ғорурланып йәшәйем.

Салауаттарға – салауат!Салауат КӘРИМОВ, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире:
– Салауат – бөгөн һәр башҡорт өсөн ҙур ғорурлыҡ, батырлыҡты аңлатҡан исем. Атай-әсәйемә ошондай оло мәғәнәле исем ҡушҡандары өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Атайым тарихи шәхестәргә ҙур ихтирам менән ҡараған, оло улына – Юлай, уртансыһына Салауат тип ҡушҡан. Үҫмер сағымда Салауат атлы ике уҡытыусымдан гел өлгө алып йәшәй инем, егет ҡорона еткәс, аҙаштарым һирәк осрауына иғтибар иттем. Нисек кенә булмаһын, Салауат булып йөрөү ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Был исемдең киң таралған мәғәнәһе батыр булһа, икенсеһе – изге доға. Уға лайыҡлы булырға тырышам, батыр рухына тап төшөрмәй йәшәргә тейешмен тип һанайым. Һәр ижадсының милли батырыбыҙҙың образына мөрәжәғәт итеүе тәбиғи. Бынан тиҫтә йыл элек “Салауат менән һөйләшеү” тигән шиғыр яҙғайным. Ул әлегә ҡулъяҙмала ғына, бер ерҙә лә нәшер ителмәгән. Киләсәктә иһә Салауат Юлаев тураһында яңы спектаклдәр, фильмдар күрге килә. Был хыялым тормошҡа ашыр тип өмөтләнәм.

Салауаттарға – салауат!Салауат Юлай улы СОЛТАҠАЕВ, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының II класс уҡыусыһы:
– Мин быйыл беренсе класты тамамланым. Атайымдың исеме – Юлай, ул бала саҡтан малайына Салауат тип исем ҡушырға хыялланған. Атай-әсәйем мине “Салауат батыр”, ә ҡустымды “Урал батыр” тип һөйә. Минеңсә, исем кешенең холҡона барыбер йоғонто яһай. Әсәйем әйтмешләй, мин үҙһүҙле, кеше менән уртаҡ телде тиҙ табам, алсаҡмын, ҡайһы саҡта ярһыумын, әкиәттәр яратам. Ҡыҙыҡһыныусанмын, тәбиғәтте үҙ итәм.
Салауат Юлаевтың шәхесе менән ихлас ҡыҙыҡһынам. Фильмдарҙы ҡараным, Башҡорт­остандың Милли музейына барып, милли батырыбыҙға арналған мәғлүмәтте өйрәндем. Салауат районына сәфәр ҡылып, уның тыуған ерен күрге килә. Көҙгөһөн мотлаҡ бейеү, көрәш секцияларына йөрөй башлаясаҡмын. Үҫкәс, был исемгә тап төшөрмәҫкә ант итәм.

Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.


Вернуться назад