Юрист кәңәштәре04.07.2014
Ер – уныҡы, йорт минекеме?

Былтыр, ирем менән айы­рылышҡандан һуң, никахҡа тиклем үк уның исеменә рәсмиләштерелгән ер участ­ка­һында төҙөлгән йорто­боҙ­ҙо ике өлөшкә бүлдек. Суд ҡарары нигеҙендә хәҙер ошо өйгә милек хоҡуғын юл­лап йөрөйөм. Бынан тыш, ер­ҙең яртыһы ла миңә бүле­нәме икән? Әгәр шулай бул­һа, судҡа мөрәжәғәт итергә тура килерме?
Ләйсән.
Дыуан районы.

Рәсәйҙең Ер кодексындағы 1-се статьяның 5-се пунктына ярашлы, ер участкалары улар­ҙа урынлашҡан объекттарҙан айырым ҡаралырға тейеш тү­гел. Тимәк, өйҙөң ике хужаһы бул­һа, ерҙе лә ике өлөшкә бүлә­ләр. Хәҙер һеҙ үҙегеҙгә тейешле участкаға милек хоҡу­ғын алыу өсөн судҡа дәғүә ға­ризаһы яҙа алаһығыҙ. Быға тиклем үткәрелгән суд процесында ошондай ҡарарҙың ҡа­бул ителмәүе сәйер тойола. Әммә сираттағыһында ул мот­лаҡ буласаҡ (Рәсәй Ер кодек­сының 35-се статьяһындағы 1-се пунктына ярашлы). Ошо уҡ статьяның 4-се пунктында әйтелеүенсә, сит хужаның участкаһында булған күсемһеҙ милекте үҙ исеменә рәсми­ләштергән кешегә уның ерен файҙаланыу хоҡуғы ла күсә.

Кем эшләргә тейеш?

Күп фатирлы йортта йә­шәйем. Беҙҙең подъез­дағы бөтә фатирҙар ҙа хужала­рының милкендә. Әле электр үткәргестәргә ремонт талап ителә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы ремонт эштәрен атҡарырға тейеш­ме?
З. ДАНИЯРОВ.

Өфө ҡалаһы.

Бөтә күрше-күләнегеҙ кеүек, һеҙ ҙә милексе булып тора­һығыҙ. Ике һәм унан күберәк фатирҙы хеҙмәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән бөтә ҡоролма иһә – милекселәрҙең дөйөм мөл­кәте. Ә Рәсәйҙең Граждан­лыҡ кодексында «милексе үҙе­нең ҡарамағындағы мөлкәт­те тотоу өсөн яуаплы» тиелә. Шуға фатирҙарҙа йәшәүселәр үҙҙәре подъезда ремонт яһар­ға йәки ошо хаҡта идарасы ойошма менән договор төҙөргә бурыслы. Әгәр һеҙ йәшәгән йорт ниндәйҙер ойошмаға ҡа­рай икән, шунда мөрәжәғәт ите­геҙ. Булмаһа, электрикты үҙе­геҙ саҡырырға һәм уның хеҙмәте өсөн түләргә әҙер бу­лығыҙ.

Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.



Вернуться назад