“Башҡортостан”-дың тиҙ ярҙамы04.07.2014
Оло улым хәл өҫтөндә ятҡан, мин дауаханала булған саҡта, 7 ноябрҙә, дүрт баламды приютҡа алып киттеләр. Улар бер ҡасан да ас ултырманы, ҡараулы булды, үҙем гелән гөрләтеп баҡса үҫтерҙем. Тәүҙә эсә инем, хәҙер был ҡылыҡты ташланым. Бәләкәстәрем приюттан илап шылтырата. Уларҙы уйлап, төндәрен йоҡлай алмайым. Ҡайтанан юллап ҡараным – балаларҙы бирмәйҙәр.
Гөлнара Хәмитова.
Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы.
* * *
Башҡортостандағы шишмәләрҙең торошо борсой. Йәй ҡоро килеү сәбәпле, уларҙы һаҡлау буйынса 22 июндән 1 сентябргә тиклем “Тере һыу” акцияһын үткәрергә тәҡдим итәм. Шишмәләрҙе, уларҙың тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартырға, һыу буйында автомобиль йыуыуҙы тыйырға һәм башҡа саралар күрергә кәрәк. Үҙебеҙҙәге Ерекле шишмәһен йыл да таҙартам. Һыу – йәшәү сығанағы, уны һаҡлайыҡ!
Владик Ҡыҙрасов.
Күгәрсен районы, Аҙнағол ауылы.
* * *
Еҙем-Ҡаран ауылында “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте эшләй ине. Өс кеше 20 ауылды хеҙмәтләндерҙе. Хәҙер ауыл халҡы аптырашта ҡалды – ни өсөн уны яптылар?
Флүрә ХӘЛИЛОВА.
Ғафури районы.
* * *
Белорет районының Ғәбдөк ауылында юлдар бик насар хәлдә, электр бағаналары сереп бөткән, шулай уҡ һыу мәсьәләһе киҫкен тора. Ауылға колонка кәрәк. Өҫтәүенә кеҫә телефоны элемтә сигналдарын тотмай, ә стационар телефон ҡыйбатҡа төшә.
Әүхәҙи Йосопов.
* * *
Ауылды һыу баҫҡандан һуң юлдар ипкә килтерелмәне, бик насар хәлдә. “Ашығыс ярҙам” саҡыртһаҡ, килмәйҙәр, һеҙгә үтеп булмай, тиҙәр. Аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары ла алып килергә мөмкинлек юҡ.
Нурил Йосопов.
Белорет районы, Ғәбдөк ауылы.