Ҡөрьәнде кем яҡшы белә?04.07.2014
Өфөлә Ҡөрьән уҡыусыларҙың бәйгеһе уҙғарылды. Байрам “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә үтте.
Мосолмандарҙың изге китабын белеү йәһәтенән көс һынашырға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 120 кеше йыйылды. Уларҙың иң кесеһенә ни бары 5 йәш ине. Ҡатнашыусыларға алты һорауҙан торған билеттар тәҡдим ителде. Иң элек Ҡөрьәндең ғәрәп телендә яҙылған тексынан бер нисә юл уҡыу, унан һуң дингә ҡағылышлы һорауҙарға телдән яуап биреү бурысы ҡуйылды.
Баһалау комиссияһы составында дин әһелдәре, Рәсәйҙең Ислам университеты уҡытыусылары бар ине. Юғары мөфтөй Тәлғәт Сафа Тажетдин конкурсанттарҙың әҙерлегенә тейешле баһа бирҙе, уларҙың уҡытыусыларына, ата-әсәләренә рәхмәт белдерҙе. Бәйгелә Өфөнән Арсен Фәрүәзов, Силәбенән – Диана Хәмзина, баш ҡалабыҙҙан Даһи Исмәғилев еңеүгә өлгәште. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.