Санкт-Петербургта уҡығың киләме?04.07.2014
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы Санкт-Петербург дәүләт университетына айырым маҡсатта ҡабул ителергә теләгәндәрҙе конкурс нигеҙендә һайлап ала.


Университет юриспруденция, шәрҡиәт һәм африканис­тика, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, лингвистика кеүек йүнәлештәр буйынса уҡырға тәҡдим итә. Маҡсатлы урындар исемлеге министрлыҡтың сайтындағы “Һөнәри белем” киҫәгендә урын­лаш­тырылған. Кон­курс­ҡа документтар дүшәм­бенән кесе йомаға тиклем иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2, 217-се бүлмә.




Вернуться назад