Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы дүртенсе тапҡыр “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” республика хәйриә акцияһын ойоштора.
1 июлдән 31 авгусҡа тиклем уҙғарылған сараның маҡсаты – ауыр хәлгә тарыған балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнеүҙә булышлыҡ итеү маҡсатында гуманитар ярҙам күрһәтеү.
Мәктәп кәрәк-ярағын министрлыҡ ҡарамағындағы учреждениеларға, муниципалитеттарҙағы халыҡты социаль хеҙмәтләндереүсе комплекслы үҙәктәргә тапшырырға кәрәк. Канцелярия тауарҙары, яҙыу-һыҙыу, балалар ижады әйберҙәре, дәфтәрҙәр яңы килеш кенә ҡабул ителә, портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслек, нәфис әҙәбиәт тотонолған булһа ла ярай. Был ярҙам инвалид, етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм, аҙ тәьмин ителгән ишле һәм тулы булмаған ғаиләләрҙәге балаларға тәғәйенләнә.
Быйылғы акцияның үҙенсәлеге шунда: гуманитар ярҙам Башҡортостан балаларына ғына түгел, шулай уҡ Ҡырымдың республикабыҙ шефлыҡҡа алған Белогорск районына һәм Көньяҡ-көнсығыш Украинанан ҡасҡан ғаиләләргә ебәрелә.