Һалым өлкәһендә яңылыҡтар04.07.2014
1 июлдән һалым органдары тикшереү үткәргән осраҡта шәхси эшҡыуар булмаған кешеләрҙең иҫәбе, вклады, электрон аҡсаһы буйынса банктарҙан мәғлүмәт һорай ала. Рәсәйҙең Һалым кодексына ошондай үҙгәреш индерелде.

Банктар һалым инспекцияһына ойошмалар һәм эшҡыуарҙар ғына түгел, айырым кешеләрҙең дә иҫәп асыуы йәки ябыуы, реквизиттары тураһындағы мәғлүмәтте тапшырырға тейеш. Был вклад асыуға йәки ябыуға ла ҡағыла.
Физик берәмектәрҙең иҫәбендәге аҡсаны һәр йәһәттән контролдә тотоу хаҡында һүҙ бармай. Мәғлүмәтте һалым органы тикшереү үткәргәндә, мәжбүри түләтеү тураһында, шулай уҡ иҫәп буйынса ғәмәлдәрҙе туҡтатып тороу хаҡында ҡарар сығарғанда ғына һорай ала.



Вернуться назад