Республика Хөкүмәте ҡарары менән күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь төҙөкләндереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тәртибе һәм шарттары раҫланды.
Был сара тәғәйен төбәк программаһын Башҡортостан ҡаҙнаһынан өлөшләтә финанслауҙы күҙ уңында тота. Ул йорттағы милекселәрҙең капиталь ремонтҡа аҡса туплау өсөн ниндәй алымды һайлауына ҡарамаҫтан күрһәтелә. Ҡаҙна аҡсаһы төбәк операторына, торлаҡ милекселәре ширҡәтенә, торлаҡ-төҙөлөш кооперативына йәки башҡа махсус ҡулланыусылар кооперативына, ҡайһы бер мотлаҡ шарттарҙы үтәгән идарасы компанияға тапшырыла ала.
Дәүләт ярҙамы күрһәтеү тәртибе ғариза һәм уға теркәлгән документтарҙы тапшырыу ваҡытын, аныҡ йорттағы дөйөм мөлкәтте төҙөкләндереүҙе берлектә финанслау күләмен билдәләүҙе үҙ эсенә ала. Аҡса күләме, уны бүлеү ваҡыты һәм тәртибе күп фатирлы йорттарҙы капиталь төҙөкләндереүҙең төбәк программаһы менән билдәләнә.
Р. ХӘСӘНОВ.