Онотолған һуғыш тураһында тере хәтер02.07.2014
Онотолған һуғыш тураһында тере хәтер Беренсе бөтә донъя һуғышы башланыуға – 100 йыл

Быйыл илебеҙ, бөтә донъя кеүек үк, фажиғәле, шул уҡ ваҡытта иҫтәлекле датаны билдәләй – теүәл йөҙ йыл элек Беренсе донъя һуғышы башланған. 1914 йылдан 1918 йылға тиклем ҡоро ерҙә, диңгеҙҙә һәм һауала миллиондарса кеше ҡорбан була. Европала тәүге тапҡыр американдар, канадалар, яңы зеландиялар, австралиялар, һиндтар, Африка халыҡтары вәкилдәре һуғыша. Кешелек пулемет, танк, аэроплан, ағыулы газдың нимә икәнлеген белә. Оборона ҡоралы тәүге тапҡыр һөжүм ҡоралынан көслөрәк булып сыға. Хәрби хәрәкәттәр дошмандың әһәмиәтһеҙ позицияларын мәғәнәһеҙ һәм ҡанлы штурмлауға әүерелә.



ҺУҒЫШ Германия һәм уның союздашта­рының еңелеүе, шулай уҡ Рәсәй, Ғосман, Германия, Австро-Венгрия империяла­рының һәләк булыуы менән тамамлана. Рәсәй, власты большевиктар яулап алып, 1918 йылдың мартында Брест солохона ҡул ҡуйғас ҡына һуғыштан сыға. Шулай итеп, союздаштарҙың еңеүгә өлгәшеүенә ҙур тырышлыҡ һәм күп көс һалған, миллиондарса кешеһен ҡорбан иткән берҙән-бер ил еңеүселәр иҫәбенә инмәй ҡала.
Совет тарихында Беренсе донъя һуғышы өйрәнелмәгән тема булып ҡалды. Бының үҙ сәбәптәре лә барҙыр, күрәһең. Ваҡиғалар һәм һуғыш факттары ул осорҙа Рәсәйҙә хакимлыҡ иткән марксизм-ленинизм идеяларына бер нисек тә тап килмәгән. Шуға күрә уларҙы телгә алыу, был турала яҙыу мөмкинлеге булма­ғандыр, моғайын. 1914 йылдан 1917 йыл башына тиклем фронтты ныҡлы тотҡан, уңышлы алға барған, хатта 1915 йылғы Бөйөк сигенеү барышында ла юҡҡа сыҡмаған Рәсәй император армияһының 1917 йылдың яҙ һәм йәй айҙа­рында ҡапыл “өлгөрөп етеп”, “революцион аңға эйә булып”, тарҡалыуын, ә инде көҙгә әхлаҡи йөҙөн юғалтҡан, яһилланған ҡораллы кешеләр төркөмөнә әүерелеүен нисек аңлатырға һуң? Бынан тыш, һуғыштың күп кенә геройҙары аҙ ғына ваҡыттан һуң бөтөнләй икенсе, Граждандар һуғышы­ның батырҙарына әүерелә.
Беренсе донъя һуғышы 1917 йылғы Февраль революцияһының тәүшарты, империалистик, ғәҙел булмаған һуғыш тип ҡарала. Хатта уның атамаһына бәйле тарихи терминология ла үҙгә­рештәргә дусар булған. Замандаштары уны “Икенсе Ватан һуғышы”, “Бөйөк һуғыш” тип исемләһә, хәҙер иһә рәсми атамаһы – “Беренсе донъя һуғышы” (“донъя һуғышы”, “беренсе империалистик донъя һуғышы” тигән варианттары ла бар).
ХХ БЫУАТ башында Башҡортостан Ҡазан хәрби округы составына ингән. 48-се пе­хота дивизияһының 190-сы Очаков полкы Өфөлә урынлаша. Ул запастағы һалдат­тар иҫәбенә йылдам тулыландырыла һәм Көньяҡ-көнбайыш фронтҡа юллана. Өфөлә 330-сы Златоуст пехота полкын төҙөү өсөн “йәшерен кадр” – бер нисә офицер һәм һалдат ҡына ҡала.
Фронтҡа ебәрелгән Очаков полкы Галиция һу­ғышында ҡатнаша. 1914 йылдың 23 октябренән 48-се пехота дивизияһының Карпат аръяғы походы башлана. Ноябрҙә дивизия Горлице ауылы эргәһендә үҙенән байтаҡҡа көслөрәк дошманға ҡаршы ҡаты алыша. Һуғыш көндөҙ ҙә, төндә лә дауам итә, атыштар ҡул алышы менән алмашына. Һөҙөмтәлә Австро-Венгрия армияһы сигенергә мәжбүр була. Очаковсылар ҙа ҙур юғалтыуҙар кисерә, роталарға поручиктар, прапорщиктар етәкселек итә.
1914 йылдың көҙөндәге һуғыштарҙа күрһәт­кән батырлыҡ өсөн полкка императорҙан 100 “Георгий тәреһе” тапшырыла. Корпус частары араһындағы бәйләнеште 18-се Ырымбур казактар полкы тәьмин итә. Кавалерияны ошо рәүеш­ле файҙаланыу был һуғышҡа хас күренеш була, сөнки атлы һөжүмдәр ҙә, һуғыштар ҙа һирәк осрай. Нигеҙҙә, уларҙы разведкаға ебәргәндәр, һаҡ һәм элемтә өсөн файҙаланғандар.
Ҡышҡы һуғыштарҙа прапорщик Константин Корниенко, 5-се рота командиры подпоручик Ильяс Әхмәров айырыуса ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Корниенко – IV дәрәжә Изге Георгий ордены, ә Әхмәров III дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә.
1915 йылдың ғинуар–мартында дивизия “Карпат” операцияһында ҡатнаша. 24 апрелдә Дукла артылышында ҡамауҙа ҡала. Ҡаты алыш барышында 191-се Ларго-Кагульск полкы менән Очаков полкы батальоны ғына ҡулсанан сыға ала. Башҡалар, шул иҫәптән дивизия начальнигы генерал Л.Г. Корнилов та әсирлеккә төшә.
Ошо йылдың йәйендә дошманға ҡаршы һуғыш дауам итә. 1916 йылда 48-се пехота дивизияһы тулыландырылғандан һуң Румыния фронтына ебәрелә. 1917 йылдың йәйендә ул “Фокшаны” операцияһында ҡатнаша.
48-се дивизияның ҡалған кадрҙарҙан моби­лизацияланған һәм күрше губерна, өйәҙ халыҡ­тары менән тулыландырылған икенсе сираты 83-сө пехота дивизияһын тәшкил итә. Орск, Быҙаулыҡ, Обоянск полктары менән бергә Златоуст полкы ла һуғышты башынан аҙағынаса үтә, Висла йылғаһында, Белосток менән Пинскиҙа һуғыша.
Армия полктарынан тыш, дәүләт ополчение­һы дружиналары ойошторола. Хеҙмәт итеүсе­ләрҙе ратниктар тип йөрөтәләр. Улар ике төркөмгә бүленә. Тәүгеһенә – ғәскәрҙә хеҙмәт иткән һәм яраҡлылығын юғалтмаған, әммә ғаилә хәленә бәйле ташлама алған, хеҙмәт осорон үтеп, запасҡа сыҡҡандар, икенсеһенә ғаиләлә бер­ҙән-бер ул һәм физик кәмселек­тәре булған кешеләр ингән. Дәүләт ополчение­һы ҡоролошо тураһындағы положениеға яраш­лы, уға тәү сиратта тылда һаҡ һәм ҡарауыл эше йөкмәтелә. Ғәмәлдә иһә күп кенә ополчениелар фронтҡа оҙатыла. Мәҫәлән, закон буйынса икенсе разрядлы ратниктар һуғышҡа ебәрелмәҫкә, ә беренсе разрядлылар тылда ғына хеҙмәт итергә тейеш була. Әммә тормош бындай ҡанунды тамырынан үҙгәртә. Кешеләр етмәү сәбәпле, ратниктарҙың барыһын да яу яланына оҙаталар.
1915 йылдың яҙ һәм йәй айҙарында дружиналарҙың күпселеге пехота полктарына йүнәлтелә. Башҡортостандан 47-се дәүләт ополчениеһы бригадаһы Кавказ фронтына юл тота. Златоуста ойошторолған 283-сө һәм Стәрлетамаҡта төҙөлгән 284-се пехота дружиналары Көньяҡ-көнбайыш фронтта Перемыш­л­де ҡамауҙа ҡатнаша. 1915 йылда улар ди­визияның сираттағы составына инә. Ошо һуғышта ратниктар ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә, күптәре оло наградаларға лайыҡ була. Мәҫәлән, 283-сө дружинанан Хәйрулла Мөхәмәтханов менән Әбделфәттәх Әбделвәлиев 1915 йылдың 17 майында яралыларҙы артиллерия уты аҫтынан алып сыҡҡан өсөн IV дәрәжә “Георгий миҙалы” менән бүләкләнә. 18 майҙа бомбаға тотоу барышында ҡаты яраланған кесе унтер офицер Әбделҡадир Әбделҡотдосовҡа сафты ҡалдырмай, бүлексәгә етәкселекте дауам иткәне өсөн ошондай уҡ награда тапшырыла.
Башҡортостанда төҙөлгән 514-се дружина 1915 йылда 400-сө Хортица пехота полкына индерелә. Шулай уҡ 554-се һәм 575-се Өфө дружиналары ла фронтҡа ебәрелә. Стәрлетамаҡта төҙөлгән 574-се дружина Иркутск хәрби округында хеҙмәт итә. 719-сыһы Байкал аръяғында, Сретенскиҙа хәрби әсирҙәрҙе һаҡлай. 696-сы дружина Өфөлә һәм Ҡатау-Ивановскиҙа ҡарауыл хеҙмәтен башҡара.
1914 йылда хәрәкәт итеүсе армияны тулыландырыу өсөн өҫтәмә пехота батальондары ойошторола. Унда саҡырылғандар тиҙләтелгән хәрби әҙерлек курсын үткән һәм фронтҡа ебәрелгән. Өфө губернаһында ғына халыҡтың 10,6 проценты, йәғни эшкә һәләтле ир-егет­тәрҙең 44,6 проценты армияға саҡырылған. Ырымбур губернаһында был күрһәткес – 11,7 (49,5), Пермдә – 9 (36,8), Һамарҙа – 11,4 (49,1), Ҡазанда 10,7 (44,8) процент тәшкил иткән.
1916 йылда запас батальондар полк итеп үҙгәртелә. Өфөлә 103-сө запас пехота батальо­нына 127-се, 144-се һәм 39-сы саперҙар ярым­ро­таһы ҡушыла. Һуғышҡа оҙатылған запас частарҙа Өфө губернаһынан ир-егеттәр байтаҡ бул­ған. “Георгий миҙалы” менән бүләклән­гән­дәрҙең исемлегенә ҡарағанда, улар ҡаһарман­дарса һуғышҡан. Был исемлектә Байрамғол Байышев, Мостафа Һамардинов, Ғилминийәр Мәхмүтов бар. Көнсығыш Пруссиялағы операцияла ҡатнашҡан 106-сы Өфө пехота полкынан рядовой Ғөбәйҙулла Хәбибуллин 1914 йылдың 25 октябрендә батырҙарса һәләк була.
Галиция менән Пруссиялағы алыштар урыҫ ғәскәрҙәре өсөн уңышһыҙ тамамлана. 1915 йыл­да немецтар ныҡлы һөжүм итә. Урыҫ армияһы, Галицияны, Польшаны, Балтик буйын ҡалды­рып, сигенергә мәжбүр була. Әммә киләһе йәй урыҫ ғәскәрҙәре командованиеһы Көньяҡ-көнбайыш фронтта “Брусилов һөжүме” булараҡ танылған операция үткәрә. Уның барышында Австро-Венгрия армияһы тулыһынса тиерлек ҡыйратыла. Кавказ фронтында һәм Фарсы ерендә Төркиәгә ҡаршы, шулай уҡ диңгеҙҙә лә һуғыштар уңышлы бара. 1917 йыл башланыуға урыҫ армияһы ныҡлы тулыландырыла, уға ҙур өмөт бағлана, сөнки союздаштар ошо йылдың йәйендә Көнбайыш фронтта Германияны тулыһынса тар-мар итергә ниәтләй. Әммә революция бөтә өмөт-хыялды юҡҡа сығара.
РӘСӘЙ һалдаттары, шул иҫәптән яҡташ­тарыбыҙ ҙа Тыуған илебеҙ өсөн ҡаһар­мандарса һуғыша. Тылдағы халыҡ, ҡы­­йынлыҡтарға ҡарамаҫтан, фронтҡа мөмкин тиклем ярҙам күрһәтергә тырыша, эвакуа­цияланғандарҙы ҡабул итә.
Үткән был һуғыштан кемдәрҙәлер һарғайып бөткән хаттар, фотолар, “Георгий тәреһе” йәки миҙалы ғына һаҡланып ҡалған. Хатта һәйкәлдәр ҙә юҡ. Яугирҙәрҙең ҡәберҙәре – сит тарафтарҙа. Үҙебеҙҙә иһә тарихи хәтер, архивтарҙа тикшереүҙе, төшөнөүҙе көткән документтар ғына һаҡлана.
Рәмил РӘХИМОВ,
тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй
Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.


Вернуться назад