– Беренсе кластан Арсенды видеокамераға төшөрәм. Шуларҙың береһендә ул үҫкәс, ҡотҡарыусы булырға теләүе хаҡында белдерә, – ти малайҙың атаһы.
Тимәк, кешеләрҙе бәләнән ҡотҡарыу, уларға ярҙам итеү теләге бәләкәйҙән килә. Әммә хыялдың шулай тиҙ арала тормошҡа ашырын ул уйлап та еткермәгәндер әле. Бер юлы өс кешене бәләнән йолоп алып ҡалыу – тәүәккәл булыу, ысын ҡотҡарыусылар һымаҡ эш итеү – күптәрҙең хәленән килмәй. Әйткәндәй, Аҡъярҙағы 2-се мәктәптең Х класын тамамлаған Арсен Байғусҡаровтың исеме Хәйбулла районында яҡшы таныш.
Йәйгеһен Арсен класы һәм ата-әсәләр менән Таналыҡ буйына ял итергә сыға. Йылға буйында уйнап, һыу ингәндән һуң, барыһы ла усаҡ янына йыйыла. Көнө буйы арығанлыҡтан, Арсен үҙе ҡорған ҡыуыш эсенә инеп серем итеп алырға була. Йоҡоға китеп барғанда ғына, әсәһенең ярҙам һорап ҡысҡырғанын ишетә. Йүгереп сығып, уның янына бара.
— Анауында кемдер бата түгелме, ул урында өйрөлтмәк бар, — тип ҡыуаҡлыҡтар артына күрһәтә.
Арсен шунда уҡ һыуға һикерә. Ысынлап та, ситтән ҡарағанда шаярып йөрөгән кеүек күренгән ҡыҙҙар йәшәү менән үлем араһында ҡалған була. Хәлдең ҡурҡыныс икәнлеген төшөнгән үҫмер, улар янына йөҙөп килеп, тәүге ҡыҙҙы ярға ҡарай этеп ебәрә, әсәһе уға ярҙамға килә. Икенсе ҡыҙ һыу төбөнә киткән була. Арсен сумып, уны сәсенән тотоп ала. Һыуҙан саҡ һөйрәп сығарып, ярға яҡынайта. Оло тетрәнеү кисергәнгә күрә бөтөнләй аяғында баҫа алмаған өсөнсө ҡыҙҙы егет ярға үҙе күтәреп алып сыға.
Бына шулай өс кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала ҡыйыу үҫмер. Ҡарап тороуға шундай тыныс күренгән малайҙың күңелендә, әйтерһең дә, эйәрле-йүгәнле ат ята.
Арсен Байғусҡаров Хәйбулла районы хакимиәтенең һәм Башҡортостан Эске эштәр министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.