Һүҙем — 80 йәшендә лә йәштәрҙән ҡалышмай донъя көтөүсе, дәртле, дарманлы еңгәй, яратҡан әсәй, наҙлы өләсәй, ауылдаштары, күршеләре өсөн изге күңелле ағинәй Тәлиға Хәлилова хаҡында.
Ул Таллыҡул ауылында Фәхерниса менән Харис Аҫылгәрәевтәр ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Матур, татыу мөхиттә алты ҡыҙ менән бер ул үҫә. Шөкөр, бөгөн барыһы ла иҫән-һау.
VII класты тамамлағас, Тәлиға өс йыл Өфөлә хәрби заводта эшләй, һуңынан туған совхозына ҡайта. 1955 йылдың яҙында күрше Ҡаранай ауылы егете Шәрифулла Хәлилов менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Ул саҡта Шәрифулла ағайҙың әсәһе лә, өләсәһе лә иҫән-һау була әле. Тәлиға еңгә 16 йыл — ике, 34 йыл буйы бер ҡәйнә менән бергә йәшәй.
Килен булып төшкәс, уның уңғанлығына һоҡланмаған кеше ҡалмай: балаҫын да һуға, бәйләмен дә бәйләй, сигеүен дә сигә, аш-һыуға ла оҫта булып сыға. Ауылдағы ҡаҙ өмәләре, һарыҡ йөнө алыу, өй йыуыу, һуғым һуйғанда мал эсәге йыуыу кеүек күмәк эштәрҙең береһе лә унһыҙ үтмәй ине. Яңы төшкән килендәргә урынлы кәңәштәрен бирергә, эс серҙәре менән уртаҡлашырға ла ваҡыт таба белде.
Тормош үҙгәреп, Ҡаранай бөтөрөлөүгә дусар булғас, ғаилә 1979 йылда Ҡаңны-Төркәй ауылына күсенә. Донъяларын бөтәйтеп, матур итеп йәшәп китәләр. Тәлиға еңгә хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар баҡсаһында эшләй.
Улар Шәрифулла ағай менән ике ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло ҡыҙҙары ҡаты ауырыуҙан 22 йәшендә генә гүр эйәһе була. Ҡайғылары баҫылып та өлгөрмәй, ике балаһын етем ҡалдырып, аяуһыҙ сир 35 йәшлек улдары Наилде лә араларынан алып китә, ләкин тормош дауам итә... Ҡайғыларға бирешмәйенсә, ҡалған балаларының иҫәнлеген теләп йәшәргә генә ҡала уларға.
Тәлиға еңгә менән Шәрифулла ағай 50 йыл бергә, ҡулға-ҡул тотоношоп, һоҡланғыс ғүмер кисерә. Уларҙың был иҫтәлекле көнөн ауыл мәҙәниәт йортонда ла ҙурлап үткәрәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул йылдың ҡышында Шәрифулла ағай баҡыйлыҡҡа күсә. Тәлиға еңгәбеҙ ауыр ҡайғыһын ауылда йәшәүсе улы Раил, килене Ләлә, ҡыҙы Зөлфиә, кейәүе Рәшит һәм ейәндәре менән баҫа. Күршеләре, әхирәттәре һәм башҡа туғандары ла ярҙамынан ташламай, сөнки ул үҙе лә күрше-күләнгә, ауылдаштарына игелекле, изге күңелле, ярҙамсыл һәм иғтибарлы.
Еңгәбеҙ күптән дин юлында. Уны бер Ҡөрьән ашынан да ҡалдырмайҙар. Ураҙаһын да тота, аятын да уҡый. Ауылда берәйһе мәрхүм була ҡалһа, яҡындары Тәлиға еңгәгә мөрәжәғәт итә. Уларҙың да үтенесен кире ҡаҡмай, мәрхүмдәрҙе тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатыша.
Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, Тәлиға еңгәнең йорто, ҡояштай балҡып, әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора. Өйөнөң тышҡы яғы, тәҙрәләре, ҡоймаһы сағыу төҫтәргә буялған. Күптән түгел йортоноң ҡыйығын да яңыға алыштырҙы. Уның ихатаһында — тел тейҙергеһеҙ тәртип. Баҡса тултырып йәшелсә, картуф, емеш-еләк үҫтерә. Ошоғаса һыйыр, һарыҡ, ҡаҙ, күркә, тауыҡ ҡараны, умартаһын да тотто. Тик һуңғы йылдарҙа, балаларының өгөтләүе буйынса, ҡош-ҡорттан башҡа мал-тыуар аҫрамай башланы.
Өйөнә барып керһәң, бында 80 йәшлек әбей йәшәүенә ышанмай ҙа торорһоң. Уңған хужабикәнең йорт эсе зауыҡ менән йыһазландырылған: матур обойҙар, плитәләр йәбештерелгән, яҡшы балаҫ йәйелгән, заманса селтәр һәм ҡорған эленгән. Һәр тәҙрә төбөндә гөлдәре сағыу сәскәләре менән күҙҙең яуын ала. Еңгәбеҙҙең аш-һыуға оҫталығын әйтеп үткәйнем инде: икмәген дә, бәлешен дә, сәк-сәген дә уңдырып бешерә. Өҫтәленән һый-хөрмәт өҙөлмәй. Күршеләре, балалары, туғандары, ауылдаштары уның өйөндә — һәр саҡ көтөп алынған ҡунаҡ. Үҙен дә хөрмәтләп, гел саҡырып торалар.
Мәхмүзә ШӘҒӘЛИЕВА.
Бүздәк районы,
Ҡаңны-Төркәй ауылы.