Интернет – шәхси тормош: алтын урталыҡ ҡайҙа?02.07.2014
Интернеттағы төрлө социаль селтәрҙәргә күптәр үҙҙәренең, туғандарының, бала-сағаһының фотоһын, төрлө сараларҙан һүрәттәр ҡуйыу менән мауыға. Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?


Гөлнара ХӘСӘНОВА, уҡытыусы:
– Интернет селтәре, әлбиттә, аралашыу, араларҙың йыраҡлығы арҡа­һында күптән күреш­мәгән дуҫ-иш­- тә­реңдең хәлен белешеү өсөн бик ҡулай. Әүҙем ҡулланыусымын тип әйтә алмайым, шулай ҙа ара-тирә яҙышып торам. Тик унда үҙемдең һәм яҡындарымдың фотоларын ҡуйғаным юҡ. Үҙҙәренең төрлө шарт­тар­ҙа төш­кән һүрәттәрен башҡаларға күр­һә­тергә ынтылыусы­ларҙы аңлайым да һымаҡ. Улар: “Бына минең шатлығым ниндәй ҙур, һеҙҙең менән дә уртаҡлашҡым килә”, — тип уйлай шикелле. Шулай ҙа йәй һыу инеү һәм ҡояшта ҡыҙыныу мәлен, бергә күңел асыу сараларынан фото­ларҙы күп кеше ҡа­рар­лыҡ итеп Интернетҡа сығарыуҙы бер ҙә хуп­ла­майым.

Ринат МАННАНОВ, студент:
– XXI быуат – үҫешкән технологиялар заманы. Шуға ла Интернет сел­тәрен тәү сират­та үҙеңә кәрәк мәғ­­лү­­мәтте эҙләп табыу сараһы тип билдәләр инем, уның аша донъяның электрон сы­ғанаҡ­­­тары менән таны­шырға була. Шулай уҡ осһоҙ ғына хаҡҡа аралашыу өсөн дә бик һәйбәт. Ә инде Интернетта үҙенең бөтә шәхси тормошон сағылдырған­дарҙы аңла­майым. Хәбәр генә яҙыу өҫтөнә үҙҙәренең һәм яҡында­ры­ның төрлө шарттарҙа төшкән һүрәттәрен дә ҡуялар. Ә таныштары, бер-береһен уҙҙырып, уларға төрлө асыҡлау һәм аңлатма яҙа. Ни өсөн?..

Лилиә ҒӘНИЕВА, хеҙмәткәр:
– Йәш быуын вәкиле булараҡ, Интернет селтәрен әүҙем файҙаланам. Бөгөн ул биге­рәк тә беҙҙең тиңдәштәр араһында танышыу сараһы булып тора һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тере аралашыуҙы алмаштыра. Күпселек ҡа­тын-ҡыҙ төрлө социаль селтәрҙәр аша матур биҙәнеп, модалы кейенеп махсус фотосалон­дарҙа төшкән йә “фотошоп” программаһы ме­нән эш­лән­гән затлы һүрәттәрен бөтә донъя­ға күрһәтә. Тик улар “йәнһеҙ”, фотолар­ҙа бары­һы ла “ҡатып ҡалған”. Минең үҙемә тәбиғи хә­рәкәттә төшөрөлгән һүрәттәр оҡшай. Көн­дә­лек тормошта беҙ бит төрлөсә, фотолар ҙа шундай бу­лыр­ға тейеш. Кеше үҙ фотоһын Интернетҡа ҡуя икән, бы­ның бер насарлы­ғын да күрмәйем.

Наилә СИРАЖЕТДИНОВА, хаҡлы ялда:
– Донъяларыбыҙ буталып, “бәйһеҙ­лек” тигән нәмә алғараҡ сыҡҡан заманда йәшәй­беҙ шул. Интернет сел­тә­ренең яҡшы яҡтарын бер ҙә инҡар итмәйем, оло йәштә булһам да, уның менән танышмын. Шулай ҙа үҙҙә­ренең һәм бала-сағаһының төрлө фотоһүрәттәрен дө­­йөм иғтибарға сы­ғарғанды бер ҙә хуп күр­мә­йем. Быны, әлбиттә, башлыса йәштәр эшләй, урта быуын кеше­ләре лә уларҙан бигүк ҡалышмай. Халҡыбыҙға хас булған әҙәплелек һәм баҫалҡылыҡ төшөн­сәләрен дә күп ваҡыт онотоп ебәрәбеҙ. Егет-ҡыҙҙар­ҙың ҡулдарына шешә тотоп, кәперәйеп баҫып тороуҙары, мул һыйлы табын­дарҙа төшөрөлөп ҡуйылған фотолар ҙа бер ниндәй зауыҡ бирмәй. Сабый­ҙарҙың һүрәттә­ренә килгәндә, әбей-ба­бай­ҙа­ры­быҙ­ҙың, балаларға күҙ те­­йеүе бар, тигән киҫәтеүҙәрен дә иҫләһәк ине. Улар бушҡа ғына әйтмәгән бит.
Ә инде берәй матур тәбиғәт күрене­шен, ҡала-ауылдарҙың төҙөк урамдарын, сәскә­ләрҙе фотоға төшөрөп Ин­тернетҡа сығарыуға бер ҡаршылы­ғым да юҡ.

Закирйән ӘМИНЕВ, юрист:
– Интернет селтәренә бер фотоһү­рәт тә ҡуйғаным юҡ һәм йыйынмайым да. Быға мин кире ҡараштамын. Биге­рәк тә башҡаларҙың фотоларын халыҡ иғтибарына сығарыу ме­нән мауыҡ­ҡан­дарға, юрист булараҡ, Рәсәй Федера­цияһы Гражданлыҡ кодексының 152.1 статьяһының 1-се пункты йөкмәткеһе менән ныҡлап танышырға тәҡдим итер инем. Унда граждандың һүрәтен (шул иҫәптән уның фо­тографияһын, видео- яҙмаһын, ул төшөргән һынлы сәнғәт әҫәрен) халыҡҡа сығарыу һәм артабан файҙаланыу бары тик ошо граж­дан­дың ризалығы менән генә рөхсәт ителә, тип бик аныҡ әйтелгән.
Ошо уҡ статьяның 3-сө пункты раҫ­ла­уынса, “әгәр ҙә граждандың һүрәте 1-се пункт­ты боҙоу менән алынып ҡул­ланылһа һәм Интернет селтәренә сы­ға­рылһа, граждан был һүрәтен алып ташлауҙы, шулай уҡ уны артабан та­ра­тыуҙы туҡтатыуҙы һәм тыйыуҙы талап итергә хоҡуҡлы”.

А. ӘНҮӘРОВ яҙып алды.



Вернуться назад