Алдынғылар көс һынашты02.07.2014
Алдынғылар көс һынашты
Илеш һауынсылары араһында һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу буйынса техниктар бәйгеһе күркәм йолаға әүерелде. Быйылғы ярыш “Урал” йәмғиәтендә – Рсай ауылында үтте.


Бәйгене райондың ауыл хужалығы идара­лығы етәксеһе Илгизәр Хәмиҙул­лин алып барҙы.
– Хужалыҡта килем алыуҙың төп сыға­нағы – һөт. Уны етештереү былтыр­ғынан күпкә артты. Айырыуса “Урожай”, “Урал”, “Куйбышев”, “Илеш-МТС” хужалыҡтары алда бара. Вера Ахунова, Розалия Шакирова, Резида Нурғәлиева, Розалия Ҡәйү­мова, Гөлнәзирә Нәбиева, Рита Яхина кеүек алдынғы һауынсылары­быҙҙы маҡ­тап телгә алғы килә. Ә инде малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса Радик Харисов, Рәсүл Саттаров, Илсур Ғүмәров, Раушания Мозафарованың тырыш хеҙ­мәте башҡаларға өлгө булып тора, – тине Илгизәр Ҡыяғап улы.
Бәйгелә 22 һауынсы һәм 14 техник белгес ҡатнашты. Конкурсанттар тәүҙә һорауҙарға дөрөҫ яуап һайлап, балдар йыйҙы. Һуңынан һауын аппараттарын һү­теп ҡороу, санитар яҡтан әҙерлек, һауыу оҫталығы тикшерелде. Һөҙөмтәлә беренсе урынды “Үҙәк МТС” йәмғиәтенән Гүзәл Юнысова яуланы. М. Горький исемендәге кооперативтан Венера Зарипова менән «Мир» кооперативынан Әл­фирә Зыязетдинова икенсе һәм өсөн­сө урындарҙы алды. “Иң күп стажлы” номи­нацияһына “Ғилметдинов” крәҫтиән (фермер) хужалығынан – Рәсимә Хис­мә­­тул- ­­лина, “Иң йәш һауынсы” номинация­һына ХХII партсъезд исемендәге кооператив һауынсыһы Гөлнара Шәмсетди­нова лайыҡ булды.
Яһалма ҡасырыу ярышында беренсе урынды “Илеш-МТС” йәмғиәтенән Рәсүл Саттаров яуланы, “Урожай” хужалығынан Радик Харисов менән “Илеш-Агро” йәм­ғиә­тенең Искра етештереү участкаһынан Раушания Мөсәбироваға икенсе һәм өсөнсө урындар бирелде. Алдынғылар дипломдар, аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.
Еңеүселәр Гүзәл Юнысова менән Рә­сүл Саттаров артабан республика ярышында Илеш данын яҡланы.


Вернуться назад