Ил халҡына шәп бүләк!02.07.2014
Ил халҡына  шәп бүләк!
Киләһе йылда беҙҙе 28 көнлөк түләүле “каникул” көтә. Ял 1 – 12 ғинуарҙағы Яңы йыл каникулынан башлана.


3 ғинуарҙағы ял көнөн йома, 9 ғинуарға, ә йәкшәмбе, 4 ғинуар­­ҙағыһын дүшәмбе, 4 майға күсереү күҙаллана. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ольга Голодец рә­йес­ле­гендәге Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия киләһе йылға ил халҡының ял планын хуп­ланы.
Шулай уҡ 21 – 23 февралдә, 7 – 9 мартта, 1 – 4 майҙа, 9 – 11 майҙа, 12 – 14 июндә, 4 ноябрҙә ял итәсәкбеҙ.
Дөйөм алғанда, профсоюз, эшҡыуарҙар һәм Хөкүмәт вәкил­дәре киләһе йыл ял көндәрен күсереүҙе нығытҡан ҡарар проекты менән килеште. Был яңылыҡ ойошмаларҙа эш ваҡы­тын һөҙөмтәле итеп планлаштырыу өсөн кәрәк.


Вернуться назад