“Тамыр” балалар телеканалы, “Китап” нәшриәте һәм SFORMA нәшриәте республикабыҙҙа башҡорт һәм урыҫ телдәрендә тәүге “Янур” мультимедиалы әкиәт китабын сығарҙы. Бындай башланғысты Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы тәҡдим итте.
– Балалар Интернеттан даими файҙалана. Беҙ ошо мөхиттәге медиапродукттарҙы етештереү йәһәтенән ҡалышабыҙ. Балалар өсөн айырыуса башҡорт телендәге мультимедиалы китаптар юҡ, — тине Агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов.
“Янур” китабы авторҙары бик күп сағыу һүрәттәр, текстар, эксклюзив деталдәр, интерактив, анимациялы фрагменттар уйлап тапҡан. “Тамыр” телеканалы рәссамы Дамир Мөхәмәтйәров менән сценарий авторы Гөлназ Ҡолһарина был эшкә күп көс һалған.
— Мультимедиалы әкиәт китабын бала тыңлай, уҡый, ҡыҙыҡлы деталдәре менән уйнай ала. Ул интерактив һәм электрон китапты берләштерә, — тине “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
Киләһе йыл Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары үткәрелеүен иҫәпкә алып, китаптың тексы ҡытай теленә лә тәржемә ителде. Был эште Өфөнөң 39-сы гимназияһы уҡытыусылары башҡарҙы.