Уҡытыусыларҙы Салауатта көтәләр02.07.2014
Башҡортостан Хөкүмәте быйыл мәғариф буйынса республика кәңәшмәһен Салауат ҡалаһында үткәрергә ҡарар итте.


Мәғариф министрлығына Салауат ҡалаһы хакимиәте, Мәға­рифты үҫтереү институты, уҡыу йорттарының ректорҙар советы, урта һәм башланғыс һөнәри белем биреү учреж­­дениелары етәкселәре менән берлектә мәғариф ойош­мала­рына барыу маршруттарын билдәләү, кәңәшмәгә әҙерлә­неүҙе һәм уны үткәреүҙе фәнни-методик, ойоштороу йәһәтенән тәьмин итеү бурысы ҡуйылды. Республика башҡарма власть органдарына уларға һәр яҡлап булышлыҡ итергә ҡушылды.
Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министры урынбаҫары, кәңәшмәгә әҙерлә­неү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәроваға йөкмәтелде.



Вернуться назад