Дәғүәгә битараф ҡалманылар01.07.2014
(К. Ишбулдина, “Мәҙәни кимәлде күрһәтә түгелме?”, 23 май, 2014 йыл)

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Сибайҙан К. Ишбулдинаның яҙмаһында ҡалала осраған тупаҫ хаталар хаҡында һүҙ барҙы.

“Яңыраҡ магазиндан икмәк һатып алып, хайран ҡалдым: бойҙай икмәге түгел, ә бойгай икмеге ашайбыҙ икән дә... – тип хәбәр иткәйне автор. – Ярай, башҡортса яҙмала ғына хата булһа, урыҫсаһы ла дөрөҫ яҙылмаған бит. Был йәһәттән бөгөн күп етәк­селәр башҡорт телен белмәүе менән аҡланырға тырыша, ә уның дәүләт статусы хаҡында уйлап та бирмәй. Элегерәк тәржемәселәр табыуы ауыр, тип аҡланырға тырышһаҡ, бө­гөн быға һылтаныу урынһыҙ. Мәҫә­лән, көнөнә меңләгән икмәк бешереп, уны республиканың ғына түгел, күрше өл­кә­ләрҙең сауҙа нөктәләренә һа­тыу­­ға сығарған “Сибай икмәге” йәм­ғиәте ҡа­ланың “Атайсал” баш­ҡорт гәзите ре­дакцияһынан алыҫ урын­лаш­маған. Йә­йәүләп кил дә редакция хеҙмәт­кәр­ҙәренән һора! Урыҫ­саһын белмәһәләр иһә, яндарында — “Сибайский рабочий” гәзите редак­цияһы”.
Хатҡа Сибай ҡалаһы хакимиәтенән яуап килде. “Сибай икмәге” йәмғиәте әҙерләгән ризыҡ ярлыҡтарындағы ха­таларға бәйле мәсьәлә “Башҡорт­остан халыҡтары телдәре ту­­ра­­һын­да”ғы Законды тормошҡа ашыр­ған ҡала комиссияһының сират­тағы ултырышында ҡараласаҡ, – тиелә унда. – Сараның йомғаҡтары хаҡында айырым хәбәр итербеҙ”.


Вернуться назад