“Күҙ йәшен түгеп башлағайным...”01.07.2014
“Күҙ йәшен түгеп башлағайным...”
Үҙән ауылында тыуып, ғүмер буйы шунда йәшәгән, балалар йортоноң алыштырғыһыҙ директоры булған, фиҙакәр хеҙмәте менән республикабыҙҙа хөрмәт ҡаҙанған Мария Калуцкаяның ҡаҙаныштары хаҡында бихисап наградалары һөйләй: Луначарский исемендәге премия, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, “Белорет районының почетлы гражданы”... Уларҙан тыш, Мария Михайловнаның исеме “Башҡортостандың иң яҡшы педагогтары” китабына һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре”, “Ватан кадрҙарының алтын фонды” энциклопедияларына индерелгән.
Абруйлы етәксе балалар йортоноң бөгөнгө торошо, тәрбиә мәсьәләләре буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыбыҙға ихлас яуап бирҙе.


– Мария Михайловна, белеүебеҙсә, быйыл Үҙән балалар йортонда эшлә­үегеҙгә 45 йыл тула, уның 32-һен директор булараҡ үт­кәнһегеҙ. Был һө­нәрҙе һайлауығыҙ нимәгә бәйле?
– Һүҙҙе бала сағымдан башлағанда, атайым Михаил Васильевич Колесников колхозда баш бух­галтер булып эшләне, әсәйем Антонина Васильевна тегенсе ине. Балалар йортона яҡын йәшәһәк тә, тәрбиәләнеүселәрен һирәк күрә торғай­ным. Уларҙы мәктәпкә теҙеп алып килә­ләр, алып ҡайталар. Бөтәһендә лә – бер үк төрлө ке­йем. Урамға уйнарға сығарма­нылар, ауылдыҡылар менән аралаштырманылар. Шуға ла балалар йортона ҡур­ҡыу, шик менән ҡарай тор­ғай­ныҡ. Унда эшләү уйы башыма ла килмәне.
1965 йылда Белорет педагогия учили­щеһына уҡырға индем. Уны ҡыҙыл дип­лом­ға тамамлағас, институтҡа йү­нәлтмә бирҙеләр. Ләкин, атайым ныҡ ауырып кит­кәнлектән, уҡырға бара алманым. Йүнәлтмәне кире тапшырғас, Үҙән балалар йортона эшкә ебәрҙеләр.
Шулай итеп, 1969 йылдың 14 авгусында тотош ғүмеремде арнаясаҡ мәға­риф учреждениеһына аяҡ баҫтым. Кү­­ңе­лемдә ҡурҡыу хисе көслө ине, ҡап­ҡанан бинаның ишегенә тиклемге юлдың осо-ҡырыйы юҡ кеүек тойолдо. Директор урынбаҫары Анна Булатова ла бик етди, талапсан ҡаршыланы, шунда уҡ йөкләмә бирҙе. Тышҡа сыҡҡас, ике ҡат­лы ағас бинала кемдәрҙеңдер һөйләшкәнен ишетеп, шунда йүнәлдем. Бүлмәлә тимер ка­рауаттар теҙелгән, унда минең тиңдәш­тәр, ир ҡорона ингән үҫмерҙәр, ултыра. Бөтә ерҙә борсаҡ туҙып ята. Бүлмәне ипкә килтереүҙәрен һораным. “Һин кем? Малайҙар, сығарып ебәрегеҙ шуны!” – тип ара­лары­нан берәү бойороҡ бирҙе. Ишеккә табан йү­нәлдем дә, училищелағы бер педагогтың йом­­шаҡлыҡ күрһәтергә ярамағанлығы хаҡындағы һүҙҙәрен иҫләп, кире боролдом. “Бер ҡайҙа ла китмәйем! Һеҙ йыйыштырып бөткәнсе, кәрәк икән, таңға тиклем торасаҡмын”, – тинем. Араларынан берәү торҙо ла: “Ма­лайҙар, ханым бик етди”, – тип, бор­саҡты йыя башланы. Уға башҡалар ҙа ҡушыл­ды.
Өйгә ҡайтҡас, түҙмәйенсә иланым... Шулай ҙа эшкә бармайынса сара юҡ ине.
Тәүҙә вожатый, аҙаҡ тәрбиәсе булдым. Бер үк ваҡытта китапханасы эшен алып барҙым. Ул саҡта балалар йортонда 150 – 160 тәрбиәләнеүсе була торғайны. Белем көнөнә, Яңы йылға әҙер­лән­гән мәлдәр әле лә хәтеремдә. Икенсеһенең алдынан һәр балаға костюм теккәйнек. Беҙҙе рес­публиканың Шыршы байрамы­на саҡырҙылар. Ул осорҙа һауын аппараттары күренә генә баш­ла­ғайны. Ба­­ла­лар шуларҙы ҡулланып, яңы костюм кейеп, күмәк халыҡ алдында һыйыр һа­уыуҙы сәх­нә­ләштерҙе. Һөҙөмтәлә беҙгә I урын бирҙеләр! Аҙаҡ тағы ла өс йыл рәттән баш ҡаланан еңеү яулап ҡайттыҡ.
– 1975 – 1982 йылдарҙа директор урынбаҫары булып эшләгәнһегеҙ. Был осорҙа ниндәй яңылыҡтар ин­дереүгә өлгәштегеҙ?
– Тәрбиә эшендә һәр саҡ бөйөк педагог Макаренконың педагогикаһына таяндым. Балалар күңелендә хеҙмәткә һө­йөү тәрбиәләү маҡсатында ашнаҡ­сылыҡ, тегенселек түңәрәктәре астыҡ. 30-сы төҙөлөш идаралығы менән бәй­ләнеш булдырыу ҙа эшкә ыңғай йоғонто яһаны. Улар балалар йортон велосипед, туп һәм башҡа төрлө уйынсыҡ, уҡыу кә­рәк-ярағы менән тәьмин итте. Яңы йылға ла бик күп итеп бүләк алып килеп, беҙҙең тәрбиәләнеүселәрҙе сикһеҙ шат­лыҡҡа күмә торғайнылар.
– Бер аҙҙан балалар йортоноң директоры итеп тәғәйенләнгәнһегеҙ. Етәк­селектең тәүге осоронда ниндәй ауырлыҡтар булды?
– Ҡыш яғырға күмер аҙ ҡалғайны. Уны Белорет металлургия комбинатынан алып ҡайтыр өсөн йөк машинаһы юҡ. Үрҙә телгә алынған 30-сы төҙөлөш ида­ралығы директоры Ю.В. Прокунинға яр­ҙам һорап мөрәжәғәт иттем. Һөҙөмтәлә күмер алып килергә ун машина бүленде. Аҙаҡ идаралыҡ балалар йортона “ГАЗ-66” автомобиле бирҙе. Төҙөлөш материалдары менән дә һәр саҡ ярҙам иттеләр. Бер мәл улар тарафынан беҙгә 20 мең һум (ул заман өсөн байтаҡ) аҡса ла бү­ленде. Һөҙөмтәлә йыһазды, урын кәрәк-ярағын, башҡа көнкүреш әйберҙә­рен яңырттыҡ.
1986 йылда балалар йортоноң яңы бинаһына нигеҙ һалынды. Илдә үҙгәртеп ҡороу башланғас, был эш туҡтап ҡалғай­ны ла, әлеге лә баяғы 30-сы төҙөлөш идаралығының ярҙамы менән башлан­ғанды аҙағына еткереп ҡуйҙыҡ.
Илдә торғонлоҡ, аҡса юҡ... Ошо ауыр осорҙа 30-сы төҙөлөш идаралығының хәстәрлеге сикһеҙ булды: улар балалар йортон аҙыҡ-түлек, йәшелсә-емеш, кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп, ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫкә көс өҫтәне. Шулай уҡ Белорет металлургия комбинаты директоры Вадим Куле­ша­ның, Көҙйылғанан ОРС мө­дире Вил Са­финдың, автобаза етәксеһе Василий Гон­чаровтың ярҙамын тойҙоҡ. Тағы ла бер терәк-таянысыбыҙ булған Владимир Амбрамчук ха­ҡын­да айырым әйтеп үтә­йем. Ул һәр саҡ беҙҙең менән. Ике йыл элек Василий Павловичтың бу­лышлығы ярҙамында кабелде алыштырҙыҡ, былтыр ашханалағы елләтеү системаһын яңырттыҡ. Балалар йортонда үткән бер байрамды ла ҡал­дырмай ул. Былтыр мәктәпте тамамлаған 13 ба­лаға бишәр мең һум аҡса бирҙе. Төрлө сараларға, ярыштарға, конкурстарға киткән сығым­дарҙы ҡапларға гел генә ярҙам итә Василий Павлович.
– Әйткәндәй, республика Хөкүмәте тарафынан етемдәргә етерлек кимәл­дә ярҙам күрһәтеләме?
– Башҡа төбәктәр менән сағыштыр­ған­да, беҙҙең республика һәм район етәксе­ләре балалар йорттарына иғтибарҙы күберәк бүлә. Етемдәр мәсьә­ләһенең артҡы планға күскәне юҡ. Беҙҙең район­да, белеүегеҙсә, республиканың иң ҙур ике ба­лалар йорто урынлашҡан. Тәрбиә­лә­неүсе­лә­ре­беҙ барлыҡ Рәсәй буйлап таралған. Уларҙың рәх­мәт һүҙҙәре, йылы­лыҡ бөркөлгән хаттары, йыш килеп йөрөүе күңелде үҫтереп, эшкә яңы дәрт өҫтәп ебәрә.
– Балаларҙы йәберләү осраҡтары хаҡында әленән-әле ишетеп, уҡып торабыҙ. Бының сәбәбе ниҙә тип иҫәпләйһегеҙ?
– Әле Үҙән балалар йорто стационарында – 58, патронат ғаиләләрҙә 22 бала тәрбиәләнә. Шуларҙың алтауһы ғына етем, ҡалғандарының ата-әсәһе иҫән. Тәүгеләре, әлбиттә, яңғыҙлығына күнә. Башҡаларына иһә ҡайҙалыр яҡындары барлығы тынғылыҡ бирмәй. Был ғәҙел­һеҙлек менән килешкеһе килмәгәнлектән, уларға икеләтә ауыр. Ата-әсә байрамға, ялға, каникулға алып ҡайтырға вәғәҙә бирә лә онота. Бала бындай мөнәсәбәткә ҡарата ризаһыҙлығын ҡылыҡтары аша белдерә. Шуға ла тәрбиәләнеүсене алдан уҡ үҙеңә ылыҡтырырға кәрәк. Ауыр саҡтарында улар һиңә үҙҙәре килеп, борсоған һорауҙары, мәсьәләләре менән уртаҡлашасаҡ. Балаларҙың һәр береһе менән шәхсән эшләйем. Күңелен аса алмағандар өсөн почта йәшниге ҡуйған­мын, әйтергә теләгәндәрен яҙып һала­лар. Хатты үҙем генә уҡыйым да уны яҙған кеше менән һөйләшәм, проблеманы бергәләп хәл итәбеҙ. “Нимәнелер яңылыш эшләһәгеҙ, баланан ғәфү үтене­геҙ”, – тип һәр саҡ әйтәм тәрбиәселәргә.
Ҡайһы бер учреждениеларҙа тәрбиә­лә­неү­се­ләрҙе йәберләүҙең төп сәбәп­тә­ре­нең береһе – педагогтарҙың бала күңе­лен яулай белмәүе, үҙенә ылыҡтыр­мауы. Сетерекле хәл килеп тыуһа, улар­ҙы урынында хәл итергә кәрәк.
Үҙән балалар йортона килгәндәр араһында насар ғәҙәтлеләре лә юҡ түгел. Ундайҙарҙы ипле генә урынына ултыр­тырға кәрәк. Бала сик, сама тигән төшөн­сәләрҙе белергә тейеш. Уның бер аҙы­мын да иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай.
Бала һәр саҡ нимә менәндер мәшғүл булырға тейеш: кешене хеҙмәт тәрбиә­ләй. Был йәһәттән беҙ түңәрәк­тәргә, спорт күнекмәләренә ҙур иғтибар бүлә­беҙ. Тәрбиәселәрҙең һәр ҡайһыһына айырым бурыс йөкмәтелгән: берәүҙәре хоҡуҡ ғилемен өйрәтһә, икенселәре финанс мөнәсәбәттәрен төшөндөрә, экологик белем бирә, социаль педагог иһә доку­мент юллау эшен, медицина хеҙмәт­кәрҙәре һаулыҡ һаҡлау үҙенсәлектәрен аңлата.
Ярҙамсы хужалығыбыҙ бар, һәр бала ундағы эште һәйбәт белә.
– Илебеҙҙә етемдәрҙе ғаилә тәрбиә­һенә тапшырыуға өҫтөнлөк бирелә башланы. Быға нисек ҡарайһығыҙ?
– Әлбиттә, бала ғаиләлә үҫергә тейеш, әммә бөгөн быны тулыһынса тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Ошо турала закон ҡабул ителеү менән күптәр, аҡсаға ҡыҙы­ғып, тәрбиәгә бала ала башлағайны. Хәҙер иһә, был эштең ҙур яуаплылыҡ талап иткәнен аңлағандарҙыр, теләк белдереүселәр кәмене. Ата-әсә менән даими эш алып барабыҙ. Ике йыл элек патронат ғаиләлә тәрбиәләнгән дүрт баланы, былтыр икәүҙе уллыҡҡа алдылар. Ситкә уҡырға киткәндәрҙең ғаилә менән араһы өҙөлмәһен өсөн тәрбиәнең ваҡы­тын оҙайтабыҙ. Һөҙөмтәлә ата-әсәгә пособие бирелмәһә лә, эш хаҡы түләнә.
Бөрйәндәге патронат ғаиләләр менән бик ҡәнәғәтбеҙ. Үҙебеҙҙең Тирләндән Сте­почкиндар һигеҙ бала тәрбиәләй, улар­ҙың икәүһе буй еткерҙе лә инде.
Баланы ғаиләгә биргән саҡта киләсәк­тә уның шунда ҡалыуын маҡсат итеп ҡуйырға кәрәк. Учреждениеға кире тапшырыу – йәш кеше өсөн ҙур ҡайғы, фажиғә.
– Балаларҙы сит ил граждандарына тәрбиәгә биреүгә килгәндә...
– Элек Өфөнән шундай тәҡдим бул­ғайны. Ҡәтғи баш тарттым. Шунан һуң беҙ­гә ундай мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итеүсе булманы. Ғөмүмән, бындай алым­ға ҡаршымын.
– Нисек уйлайһығыҙ: балалар йорттары киләсәктә лә буласаҡмы?
– Баланы ғаиләгә биреүҙең төрлө формалары сыҡһа ла, тәрбиәгә алырға теләү­селәр күп түгел. Был юлға барғандарҙың күбеһе – социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ата-әсә. Етеш йәшәгәндәр ара­һында тәрбиәгә бала алырға теләк бел­дереүселәр юҡ тигәндәй. Беҙҙең учреж­­дениелар бөтөрөлһә, яҡлаусыһыҙ ҡалғандар, етемдәр ҡайҙа барыр?! Әле лә күп осраҡта ҡыҙҙарҙы, мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе тәрбиәгә алалар. Ә башҡа­лар ҡайҙа йәшәргә тейеш? Минеңсә, киләсәктә ҙур булмаған ғаилә тибындағы балалар йорттары булдырыу мөһим.
– Мария Михайловна, тынғыһыҙ хеҙ­мәтегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ теләй­беҙ. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Рәмилә Мусина
әңгәмәләште.





Вернуться назад