Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә радиотапшырыуҙар өлкәһендәге “Радиомания-2014” милли премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Унда Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты.
“Радиомания” премияһы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең “МедиаСоюз” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм Рәсәйҙең Элемтә министрлығы тарафынан 2002 йылда булдырылған.
Радионың абруйын күтәреү, тармаҡтың ҡаҙаныштарын күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм был өлкәләге хеҙмәткәрҙәрҙең профессиональ кимәлен үҫтереү маҡсатында ойошторолған быйылғы сараға 80 радиостанциянан 90-ға яҡын эш тәҡдим ителде. Улар араһында “Спутник FМ” радиоһының “Уфимская волна – 2014” музыкаль конкурсы ла булды. Һөҙөмтәлә өс йыл элек булдырылған фестиваль “Музыкаль тапшырыу/шоу” номинацияһында еңеүсе тип танылды. Башҡортостан вәкилдәренә “радио Оскары” – бронза микрофон – тапшырылды. Коллегаларыбыҙҙы ысын күңелдән мәртәбәле еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы ижади уңыштар теләйбеҙ!