Волга буйы федераль округының “iВолга-2014” йәштәр форумында Башҡортостандан биш проект иң яҡшылар тип танылды.
Сарала ҡатнашыусылар 900 мең һумлыҡ грант алды. “Балаңды спортҡа алып кил” проекты менән таныштырған Руфина Мөьминова I дәрәжә грантҡа лайыҡ булды. Программаһын тормошҡа ашырыу өсөн уға 300 мең һум тапшырылды. 200 мең һумлыҡ II дәрәжә грант “Нефть сығарғанда тоҙ барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймау мөмкинлеген биргән яңы ингибитор” өсөн Юлия Рзаеваға, “Тор Fashion” мода форумы” өсөн Наталья Ханбәковаға һәм “Йондоҙло академия” проекты өсөн Роман Айытовҡа тапшырылды. Форумда ҡатнашҡан Әлиә Әсәҙуллина менән Лилиә Мөхәмәтйәнова “2015 йылда Өфөлә үтәсәк ШОС саммитына ирекмәндәр әҙерләү” проекты өсөн II дәрәжә диплом менән бүләкләнде.