Борай яҡтарында бер көн24.01.2012
Борай яҡтарында бер көнПрезидент Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостандағы ике башҡорт мәктәбенә — Өфөләге
140-сы башҡорт гимназияһына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Зәйнәб Биишева исеме, Борай районының Кәшкәләү урта мәктәбенә Баҡалы ауылында тыуып үҫкән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында беренсе педагогия фәндәре докторы дәрәжәһен алған Мөсәлиә Хәйруллинаның исеме бирелде.
Шул уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм республикабыҙҙың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошмаһы Борай районына юлға сыҡтыҡ. Сараны ойоштороуға Борай ҡыҙы Венера Фәйзуллина, Ҡоролтайҙың мәғариф комиссияһы рәйесе Фәнзил Санъяров, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Розалия Солтангәрәева, уның ярҙамсыһы Азия Күсемова, шағирә Гөлфиә Иҙелбаева күп көс һалған. Беҙҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рифат Шафиҡов, китапхана директоры Миләүшә Йәнгирова ихлас ҡаршы алды. Венера Ибраһим ҡыҙы Ҡоролтай исеменән Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ебәргән бүләктәрҙе-китаптарҙы халыҡҡа тапшырҙы, һәм беҙ район үҙәгендә урынлашҡан 3-сө мәктәпкә юлландыҡ.
Мәктәп директоры Гөлсинә Әхмәҙуллинаның һөйләүе буйынса, бында ике ауылдан һәм район үҙәгенең ошо биҫтәлә йәшәүсе балалар уҡый. Уҡыусылар һаны йылдан-йыл арта, сөнки ваҡ ауылдарҙан йәш ғаиләләр Борайға күсә. Беренсе кластан алып урыҫса уҡыйҙар, ә шулай ҙа башҡа телдәрҙе уҡытыуҙы ла онотмай мөғәллимдәр: 203 балаға әсә теле булараҡ башҡорт теле, 100 балаға татар теле, 90 балаға удмурт теле уҡытыла.
Район үҙәгендә бөгөн ике мәсет эшләй, өсөнсөһө мәҙрәсә менән бергә төҙөлөп ята. “Мәсеткә йөрөүселәр һаны арта”, — ти Рифат Заһит улы. Борайҙа өйҙәр төҙөк, урамдар бөхтә. Шәхси магазиндар ҙа күп. “Нур” магазинын Илдус хажи асҡан һәм унда шарап һатылмай. Ә районда өс ауыл “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша, 23 мәсет эшләй. Үҙ теленән әҙерәк ситләшә биргән, әммә күңелендә башҡорт рухы һаҡланған борайҙар өсөн районда башҡорт телендә “Тамырҙар” тип аталған гәзит нәшер ителә. Күрәһең, Мөсәлиә Ғәли ҡыҙының “Тамырҙарыбыҙ — тәрәндә” тигән китабы гәзиттең атамаһына тәьҫир итмәй ҡалмағандыр. “Тамырҙар” халыҡты көндәлек яңылыҡтар менән таныштырып тороу менән бер рәттән райондың биләмәһендә ХIV–ХVI быуаттарҙа йәшәгән танып, бабраҡ, йылан, таҙ, йәлдәк һәм башҡа ырыуҙарҙың тормошон әленән-әле яҡтыртып тора. Шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡы ерҙәренә типтәр, мишәр, татар, удмурт, мари халыҡтарының күпләп килеп ултырыуын, шул арҡала төрлө милләтле ауылдарҙың барлыҡҡа килеүе тураһында район баҫмаһы бик күп мәғлүмәт бирә килә. “Башҡорттар бер кемде лә кире ҡыуып ебәрмәй, һәр береһен ихлас ҡабул итә, ер бирә” тигән фекерен дә әйтә гәзит. Был дөрөҫ дәлил.
Кәшкәләү ауылына юл тотабыҙ. Әммә уның тарихи ысын исеменең Ҡушкүл икәнен белгәс, бер ҙә “Кәшкәләү” тип әйтке килмәй ҙә һуң, ни итәһең, урыҫ халҡы “Кашкалево” тип үҙгәртеүҙән барлыҡҡа килгән исем документ ҡағыҙҙарында урын алған да шуға бөгөн йәмһеҙ булып яңғыраған яһалма исем менән йөрөп ята. Исеме бит уның ниндәй матур тәбиғәт күренешенән барлыҡҡа килгән — “Ҡушкүл”. Юл буйы Рифат Заһит улы үҙенең биләмәһе менән ғорурланғандай: “Беҙҙә Аҡҡош күле лә бар, уның тәрәнлеген берәү ҙә белә алмай — бик тәрән, күлдә бер йән эйәһе лә юҡ, әммә шифалы, тире ауырыуын һыпырып алған кеүек бөтөрә. Ҡаршыла — сейәле тау, ләкин уның сейәһен йыйырға берәү ҙә баҙнат итмәй, сөнки ул тауҙы мыжғып торған ҡара йыландар ҡарауыллай. Бына — Баҡалы ауылы, ул Ҡыҙған йылғаһында урынлашҡан. Уның боронғо исеме Имәнкүпер булған. Ул 1721 йылда барлыҡҡа килгән. Мөсәлиә Ғәли ҡыҙының ғорурланып иҫкә алған тыуған ауылы ул. Ләкин ХVIII быуаттың 80-се йылдарында ауылға төрлө милләт халҡы ҡасып килеп ултыра һәм күп милләтлегә әйләнә”, — тип ҡыҫҡаса тарихи мәғлүмәт тә бирҙе.
Кәшкәләү мәктәбе 1996 йылда ғына асылған. Был осорҙа колхоз бай, көслө булған. Хужалыҡ етәкселеге киләсәк быуын тураһында алдан уйлап, ошо ҙур һәм заман талабына яуап биргән ике ҡатлы мәктәп бинаһын һалдыра. “Ул ваҡытта меңгә яҡын уҡыусы яңы мәктәп ишеген асып инһә, бөгөн унда 109 ғына бала уҡый, — ти директор Илфир Шәйҙуллин. — Белем усағына Мөсәлиә Ғәли ҡыҙы Хәйруллинаның исемен биреү — беҙҙең өсөн ғорурлыҡ”.
Кәшкәләү ауылы халҡы үҙенең арҙаҡлы шәхестәрен онотмай. Мәктәптә ауылдаштары Советтар Союзы Геройы Әхмәт Закировҡа музей асҡан.
Ҙур залда уҡыусы балалар, уҡытыусылар һәм ауыл халҡы йыйылғайны. Хәтер кисәһен башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиева асып, һүҙҙе Илдус хажиға бирҙе. Ул үҙ нәүбәтендә Мөсәлиә Хәйруллинаға бағышлап аят уҡыны, халыҡҡа, илгә именлек теләп доға ҡылды.
Аҙаҡтан сәхнәлә йыр-моң яңғыраны, бейеү күрһәтте балалар. Мөсәлиә Ғәли ҡыҙы булып ошо мәктәптең IX класс уҡыусыһы Йәмилә Зарипованың уйнауы бөтәһен дә таң ҡалдырҙы. Йәмилә уға арнап иң һуңында бына нимә тине:
— Халҡым, тиеп янып йәшәнең һин,
Ҡарап барҙың халҡың күҙенә.
Һин ҡалдырған мираҫ — ҙур хазина,
Оло һәйкәл бөгөн үҙеңә.
Кәшкәләү ауылы халҡының заман менән бергә атлауы, күбеһенең үҙ эшен табыуы, үҙ шөғөлө булыуы ифрат та ҡыуаныслы. Эшҡыуарлыҡҡа ҙур урын бирелеүе, уға ауыл хакимиәте етәкселегенең хәленән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙыуы ла маҡтауға лайыҡ. “Уңғандар иген үҫтерә, мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, — ти ауыл хакимиәте башлығы Рауил Әхмәтов. — Ауыл йәшәй, үҙ көнөн үҙе күрә. Хөкүмәттән генә көтөп ултырып булмай”.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.
Борай районы.


Вернуться назад