Башҡортостан Президенты ҡарамағында Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советы ойошторолдо. Хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында яңы органдың составы күрһәтелгән тейешле документ баҫылған.
Совет эшҡыуарлыҡҡа ярҙамдың стратегик йүнәлештәре, административ кәртәләрҙе кәметеү, шарттарҙы яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш. Уға шулай уҡ республикалағы бәләкәй бизнестың мәнфәғәттәрен сағылдырған йәмәғәт ойошмаларының башланғыстарын һәм проекттарын үҫтереү, эшҡыуарлыҡтың социаль яуаплылығына өлгәшеү бурысы йөкмәтелә.
Координация советы айына кәмендә ике тапҡыр ултырыш уҙғарасаҡ.