Өфө районының “Николаевка” агрофермаһында машина менән һыйыр һауыусыларҙың XXXIX республика конкурсы үтте. “Иң яҡшы һауынсы” исеме өсөн 52 райондан 60 кеше көс һынашты.
“Хоҙай аҡтан айырмаһын” тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Эйе, һөт элек-электән йәшәү сығанағы һаналған. Ғәжәп файҙалы, шифалы булыуы менән дан тота ул. Шуға ла һуңғы йылдарҙа дәүләт тарафынан һөтсөлөк тармағын үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. Был йүнәлештә “500 ферма”, ғаилә, фермерлыҡ хужалыҡтары программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Тоҡомло малдар, һөтсөлөк ҡорамалдары алыуға ҡаҙнанан аҡса бүленә.
Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин, Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров конкурста ҡатнашыусыларҙы тәбрикләгәндән һуң, ярыш башланды. Бер урында һауыу оҫталығы буйынса көс һынашһалар, икенселәр һауыу аппаратын һүтеп йыйҙы, өсөнсө ерҙә тест һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Ярыш дәррәү барҙы. Конкурсанттар араһында берҙән-бер ир затын күреп, уның менән танышырға ашығабыҙ. Бөрйән районының Ҡотан ауылынан Илдар Мостафин булып сыҡты ул. Әле генә теориянан һынау тотҡан. Һигеҙ йыл самаһы һауынсы булып эшләй. Ҡатыны ла фермала тир түгә.
– Түләйҙәрме һуң? – тип һорайбыҙ.
–Өс мең һум самаһы алам, быҙау ҙа биреп ҡуялар.
– Аҙ түгелме?
– Өйҙә ятып булмай ҙа инде. Ғаиләне ҡарарға кәрәк.
– Нисә балағыҙ бар?
– Бишәү генә.
– Теория буйынса һорауҙар ауыр булманымы?
– Әллә ни ҡатмарлылығы юҡ һымаҡ.
Ул арала Илдарҙы һауыу оҫталығы буйынса ярышҡа саҡырҙылар. Беҙҙең төпсөнөүебеҙҙе өнәп бөтмәһә лә, шым ғына уның артынан эйәрәбеҙ. Оҫталарҙың эшен, хәрәкәтен судьялар күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтә. Талап ителгән бөтә нәмәне урыны-еренә еткереп атҡарамы? Хаталанмаймы?
Бына Илдар һәүкәшкәйҙе яратып алды, унан еленен йыуҙы, таҫтамал менән һөрттө, аппаратын сайҡатты, әҙерлеген тикшерҙе. Фотоаппараттың үҙенә төбәлгәнен һиҙгәс: “Ниңә төшөрәһегеҙ, кәрәкмәй, кәрәкмәй”, – тип ҡырҡа ҡаршы булһа ла, уңайлы форсатты ғына эләктереп, Айгиз барыбер шылт иттереп өлгөрҙө. Бер нисә минуттан аппарат гөбөрләтеп һыйырҙы һауа ла башланы. Ә эш бөткәс, йәнә көрөшкәгә ҡулы менән һауҙы. Быныһы ни өсөн кәрәк икән?
– Һыйырҙың еленендә һөт ҡалғанмы-юҡмы икәнлеген белер өсөн, – тип аңлатты судья.
– Эшен нисек баһалайһығыҙ?
– Яҡшы.
Унан һуң һөттө лабораторияға алып барып, таҙалығын тикшертергә кәрәк.
– Таҙа һауған, беренсе сорт ҡуйҙыҡ, – тине ундағылар.
Илдар Мостафиндың уңышына беҙ ҙә ҡыуандыҡ.
Ярыш ярыш инде. Һинең бөтә ғәмәлеңде әллә күпме кеше күҙәтә. Бындай мәлдә ҡаушап ҡалыуың да, хатта белгәнеңде лә онотоуың ихтимал. Ҡыйғы районының Һарығол ауылынан Дилә Ҡәйүмова эшен һәйбәт кенә теүәлләһә лә, иң аҙаҡтан вазелин һөртөргә онотто. Икенсе юлы улай итмә, тигән кәңәш бирелде уға.
Ейәнсура районының Яңы юл ауылынан килгән Гөлдәр Ҡотлогилдинаны һауыу аппаратын йыйып бөткән мәлдә генә тап иттек. Ул былтыр ҙа республика конкурсында ҡатнашҡан.
– 16 йәштән һауынсы булып эшләй башлағайным, быйыл 20 йыл тулды. Һөнәрем оҡшай, – тине ул. – Бындай ярыштар кәрәк, ул эшләргә дәрт бирә.
Дәррәү барған ярыш ахырына ла яҡынлашты. Бына түҙемһеҙләнеп көткән минуттар етте – конкурс һөҙөмтәләрен иғлан итә башланылар. Алып барыусының:
– Беренсе урынды Тәтешле районынан Ғәлиә Ғарифуллина яуланы! – тигән һүҙҙәре ишетелгәс, бар халыҡ гөрләтеп ҡул сабып ебәрҙе.
Еңеүсе – 24 йәштә, ире менән дүрт йәшлек бала тәрбиәләй, һауынсы булып ике йыл эшләй.
Икенсе урынды Ауырғазынан Елена Иванова алһа, пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына Иглиндән Любовь Корунос күтәрелде. Конкурста шулай уҡ “Иң йәш һауынсы” тип Ишембай районынан – Екатерина Кузнецова, иң оҙаҡ эшләгәне тип Миңзәлә Дауытова баһаланды. Ярышта ҡатнашҡан бөтә һауынсыларға ла “Аллат”, “Велес” йәмғиәттәре иҫтәлекле бүләктәр әҙерләгәйне.