Йыл башынан алып Өфөнөң Опека һәм попечителлек идаралығына 114 кеше ғаиләһенә бала алыу теләген белдереп мөрәжәғәт иткән.
Былтыр ундайҙар 221 булған. 137 бала уллыҡҡа алынған. Өфө хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында ҡала башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов ошо хаҡта белдерҙе. Әле опека бүлегендә 3 592 бала иҫәптә тора, шуларҙың 3 089-ы ғаиләләргә урынлаштырылған. Балалар йорттарында тәрбиәләнгәндәр һаны әкренләп кәмей. 2009 йылда интернаттарҙа 588 бала йәшәһә, 2012 йылда – 465, 2014 йыл башында 401 ҡалған.
“Бәхетле билет” фотопроекты тап ошондай балаларға үҙ ғаиләһен табыуҙа булышлыҡ итә. Балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренең танылған ватандаштарыбыҙ менән бергә төшкән фотолары күргәҙмәһе ҙур сауҙа үҙәктәрендә урынлаштырыласаҡ.