Ул Амазонка һәм Көнбайыш Гвиананың ҡуйы үҫемлектәр менән ҡапланған һыу ятҡылыҡтарында йәшәй.
Төҫө көрән-йәшел-һары, арҡаһының йомшаҡ өлөшө, ҡойроҡ йөҙгөстәре үтә күренмәле. Күҙҙәренән ҡабырғаһының уртаһы буйлап артҡа, өҫкә һәм аҫҡа нәҙек кенә ҡара һыҙыҡтар үтә. Мыйығы бар.
Япраҡ-балыҡ, ағастың ҡоро япрағын хәтерләтеп, ятҡылыҡтағы үҫемлектәр араһында баштүбән тороусан. Балыҡ менән туҡлана, табышы ҡурҡмаһын өсөн йөҙөп йөрөмәй. Ыуылдырығын һыу аҫтындағы үҫемлек япраҡтарына йәки алдан һәйбәтләп таҙартылған таштарға һала. Ата балыҡ уларҙы һаҡлай, төрлөсә хәстәрләй.