Әйткәндәй...28.06.2014
Әйткәндәй...* Ҡармаҡ ебен һайлағанда уның төҫөнә иғтибар итегеҙ: һыу ниндәй – шундайҙы һайларға кәрәк.
* Ҡармаҡтың ырғағы тупаҫланһа, уны шырпы ҡабының көкөртлө яғына ышҡып алығыҙ.
* Балыҡты тере селбәрәгә тоторға теләйһегеҙ икән, әҙерләгән “ҡорбан”ды еүеш сепрәккә төрөп һалығыҙ: оҙағыраҡ тере ҡала.
* Шаршыла ҡалҡыуысһыҙ тотоу отошло. Бәрҙе, бағыр балыҡтары шулай күберәк эләгә.
* Таш ҡомон көнбағыш майында 10 – 15 минут ҡыҙҙырып алһаң, ем эҙләп ыҙаламаҫһың.


Вернуться назад