Һәр балыҡсы өсөн ҡармаҡтың ағасҡа, ташҡа эләгеүе ҙур хәүеф тыуҙыра: ҡоралһыҙ ҡалыуың йә тотҡан табышыңдан ҡолаҡ ҡағыуың ихтимал. Һыу һай икән, уны кисеп барып, мәсьәләне ыңғай хәл итергә була. Тәрән ерҙә иһә (әгәр еп ныҡ булһа) ҡыуалды ырғаҡ яҙылғансы тартырға мөмкин. Әгәр ҙә инде ҡармаҡ һыу аҫтындағы ҡыуаҡ, ағас тамырына эләкһә, уны еңел генә ысҡындырырмын тимә: ҡаршы ярға сығырға йәки ҡолға ҡулланырға тура килер. Был ҡоралдың осон уртаға ярып, ҡармаҡ ебенең йүнәлеше буйынса тоҫҡап эш итергә кәрәк.