"Минең дә бер ғәҙәтем бар"28.06.2014
"Минең дә бер ғәҙәтем бар"Әрмән халыҡ әкиәте

Йылан менән балыҡ дуҫлашып киткән, ти.
– Һеңлекәш, мине арҡаңа ултыртып диңгеҙ гиҙҙертһәңсе? – ти икән йылан балыҡҡа.
– Яҡшы, – тигән уныһы. – Ултыр.
Йылан йәтешләп урынлашҡан да икәүләп сығып киткәндәр. Күп тә бармай, өҫтәге йән эйәһе балыҡты тешләп алған.
– Ниңә улайтаһың ул, апаҡай? – тип аптырап һораған уныһы.
– Аңғармай ҡалдым, – тигән иҫе китмәй генә йылан.
Артабан йөҙөп киткәндәр. Балыҡ арҡаһында йәнә ауыртыу һиҙгән, бара торғас, семетеү тағы ла ҡабатланған.
– Апай, ниңә мине тешләйһең дә тешләйһең ул? – тигән балыҡ, асыуланып.
– Минең ғәҙәт шундай! – тип текә генә яуап биргән йылан.
Тамам асыуы сыҡҡан балыҡ: “Беләһеңме, минең дә бер ғәҙәтем бар”, – тигән дә диңгеҙ төбөнә сумған, ти...


Вернуться назад