Дан өсөн түгел, ғәзиз ер өсөн28.06.2014
Илебеҙҙең именлеген һаҡлап, ғәзиз ҡанын түгеп, ауыр һуғыш юлын үткән ветерандар сафы ла йылдан-йыл һирәгәйә. Былтыр Ватанды һаҡлаусылар көнөн байрам иткән осорҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яҡташыбыҙ Бүләк Мәғзүм улы Атанбаевты һуңғы юлға оҙаттыҡ.



Хеҙмәт юлын 10 йәшенән башлаған

Бүләк Атанбаев 1925 йылда Матрай районының (хәҙерге Йылайыр) Үрге Ғәле ауылында тыуа. Бала сағы еңелдән булмай уның. Уҡырға теләге ташып торһа ла, ауыл мәктәбенең V класына тиклем генә уҡыу форсаты тейә. Һигеҙ класты ул киске мәк­­тәп­кә йөрөп тамамлап ҡуя. Хеҙ­мәт юлын ун йәштә Аралбай, Үрге һәм Түбәнге Ғәле ауылдарын бер­ләш­­тер­гән “Яңы Һаҡмар” колхозында һабан һө­рөүселәрҙә ат ҡыуыусы булып баш­лай. Эйе, ул осор егет һәм ҡыҙ­ҙары донъя ауырлығын үҙ иңдә­рендә иртә татый.
1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, Бүләк эшлә­үен дауам итә. Ирҙәр һуғышҡа китеп бөтә, кол­хоздағы төп эш йәш малайҙар һәм ҡа­тын-ҡыҙ иңенә төшә. 1943 йылдың ғинуарында, 18 йәше тулғас та, Бү­ләк­те лә Тыуған илен һаҡларға саҡыралар.

Бүләк ағай хәтирәләренән

“Матрай районынан беҙ бер ыңғай 22 егет саҡырылдыҡ. Ат санаһына тейәлеп, Ырымбур өлкә­һендәге “Һары” станцияһына сығып киттек. Өфөлә бер ни тиклем эш­ләтеп алғас, поезға ултыртып, Куйбышев өлкә­һен­дәге 9-сы айырым автоучилищеға уҡыр­ға ебәрҙеләр. Водитель таныт­ма­һы ал­ғас, Ульяновскиҙа белем эстәүҙе да­уам иттек. Беҙгә бында күберәк ма­шина төҙөлөшөн өйрәтте­ләр, урын­­дағы автозаводҡа эшкә йө­рөт­төләр. 1943 йылдың сентя­б­рен­дә бер төркөм водителде, машиналар те­­йәлгән эшелонға ултыртып, фронт­ҡа оҙаттылар. Шулай итеп, Ржевҡа ба­рып эләктек. Ҡала дошмандан азат ителгәйне: урамда бер кеше юҡ, тотош емерек. Ҡала ситендәге урманда землянкалар ҡаҙып яттыҡ. Урман тулы маши­на: беҙ эшелон менән етмеш ма­шина алып килдек, күп тә үтмәй, Амери­каның “студебеккер”ҙары ки­леп тул­ды.
Техника килеп тора, китеп то­ра... Мин ноябрҙә 2-се Белоруссия фронтына ҡараған 133-сө артиллерия полкына эләктем. Тыуған ил өсөн барған һуғыштың ни тиклем ҡаты­лы­ғын тәүге алышта уҡ татырға тура килде: сирҡаныс алған беренсе бәре­лештә үк беҙҙең полк ҡамауға эләкте.
Дүрт машинаға әле һуғыш сыны­ғыуын да үтмәгән йәш һалдат­тар­ҙы ултыртып алып, ҡалған сна­ряд­тарҙы тейәп, орудиеларҙы тағып, дошман ҡамауынан сығырға булдыҡ. Оҙаҡ бара алманыҡ: ҡай­ҙандыр немец самолеттары килеп сыҡты ла беҙҙе бомбаға тота башланы. Өс маши­на­быҙ бомба аҫ­тында ҡалып шартла­ны. Миңә, яралы һалдаттарҙы тейәп алып, ҡамауҙан сығыу бәхете тейҙе. Ундағы ығы-зығы, ҡойолған ҡан, мә­йеттәр, емерек һуғыш ҡорамал­дары һаман да күҙ алдында. Шул бәре­лештә мин дә, ҡаты яраланып, контузия алдым...”

Хәҡиҡәт мөһимерәк

Бүләк Атанбаев артабанғы хәрби юлын 1-се Белоруссия фронты ҡара­мағында дауам итә. Яугир Белоруссияны, Литваны, Пруссияны, Поль­­шаны илбаҫарҙарҙан азат итеү­ҙә ҡатнаша. Шулай уҡ Кенигсберг, Варшава ҡалаларын дошмандан та­ҙарта, Берлин өсөн барған яуҙар­ҙың уртаһында була. Артиллерия полкы составында уға Неман, Брона, Висла, Одер йылғаларын кисергә тура килә.
– Висла йылғаһын кисеп сыҡҡан­да, һыу ҡып-ҡыҙыл ҡан, йылға эсе тулы мәйет ине. Одерҙы кискәндә, фашистар беҙҙән өҫтәге плотинаны шартлатты, күп һалдаттар һыуға батып үлде, – тип иҫләй ҡарт һалдат.
1945 йылдың апрелендә беҙҙең ғәскәр Берлинға һөжүм башлай. “16 апрель төнө онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙә ҡалды, – тип һөйләй ине Бүләк ағай. – Ҡараңғы төшөү менән беҙ, машина кузовына ултырып, ҙур прожекторҙарҙы тоҡандырҙыҡ. Күп тә үтмәй, “Катюша”лар ут асты. Уттар күкте айҡай, ярышып, реактив снарядтар оса. Бөтә донъя – ут эсендә, бөтә донъя яна...”
Бөйөк Еңеүҙе Бүләк Мәғзүм улы Эльба йылғаһы буйында, американдар менән осрашҡанда ҡаршылай. Еңеү яулаған һалдат шунда уҡ тыу­ған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай. Ул йылдан ашыу Нойштад-Орла, Гера, Веймар ҡалала­рын­да хеҙмәт итә һәм 1946 йылдың 4 декабрендә генә ауылына имен-һау ҡайтып төшә.
Яу ҡырында күрһәткән батыр­лыҡ­тары өсөн ул II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн” һәм Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән наградланған.
Һуғыштан һуң Бүләк Атанбаев еме­релгән ауыл хужалығын терге­ҙеүгә ҙур өлөш индерә. Оҙаҡ йылдар “Яңы Һаҡмар” колхозын етәкләй, башҡа вазифалар биләй. 1955 йылда иген культураларынан юғары уңыш алған өсөн Мәскәүҙә Ауыл хужа­лығы ҡаҙаныштары күргәҙмә­һендә ҡатна­ша һәм бронза миҙалға лайыҡ була. Ошо уҡ йылда намыҫлы хеҙмәте өсөн “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнә.
Бүләк Мәғзүм улы ҡатыны Рауза Әхмәт ҡыҙы менән дүрт ҡыҙ тәрбиә­ләп үҫтерҙе. Ҡыҙҙарының өсәүһе, уҡытыусы һөнәрен һайлап, бар ғүме­рен балалар тәрбиәләүгә арнаны. Бөтәһе лә ғаиләле булып, матур итеп йәшәй. Атанбаевтар тоҡомон ту­ғыҙ ейән-ейәнсәре, 16 бүлә-бүләсәре дауам итә.
Бүләк ағайҙың ейән-ейәнсәрҙәре олатайҙарының яуҙағы ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәлдәрен һөйләтеп, ви­деотаҫмаларға яҙҙырып алып ҡал­ған, ҡулдан да теркәп барырға ты­­­рыш­­ҡандар. Мәрхүмдең видео­­таҫ- ­­маға эләгеп ҡалған бер хәтирәһе уйланырға мәжбүр итә: “1944 йылдың март айында разведчиктар беҙ тор­ған урындан 10 – 15 саҡрым ерҙә, дошман тылында орудиелары тороп ҡалыуын хәбәр итте. Иптәш егет ме­нән миңә шул ҡоралды алып сығырға ҡуштылар. Таңға ҡарай беҙ уны бөтә снарядтары менән бергә алып ҡайт­тыҡ. Күрһәткән ҡыйыу­лыҡ өсөн беҙҙе Дан орденына тәҡдим итте­ләр. Икенсе урынға күсеү сә­бәпле, орден беҙгә килеп етмәне”.
Туғандары был хәл буйынса Үҙәк хәрби архивҡа мөрәжәғәт иткән. Кем белә, бәлки, бер ваҡыт орден эйә­лә­рен табыр ҙа әле... Нисек кенә булһа ла, ата-бабаларыбыҙ һуғышта дан өсөн түгел, Тыуған иле, ғәзиз ере азатлығы өсөн көрәшкән. Ошо хәҡи­ҡәт мөһимерәк тә.






Вернуться назад