Донъялар үҙгәрҙе…28.06.2014
Беҙҙең быуын – үткән заман кешеләре. Ул осорҙа коммунистик идеология көслө булды. Тәүлек әйләнәһенә радио, телевизор, ваҡытлы матбуғат тик ошо турала тылҡыны. Киләсәктә иң ғәҙел, пролетар диктатура етәкселегендә коммунизм сәскә атасаҡ, кешеләр бәхетле йәшәйәсәк, тинеләр. Ә бит ғүмер бик ҡыҫҡа һәм бер тапҡыр ғына бирелгән. Кем бәхетле йәшәргә теләмәҫ?!


Беҙ – заман балалары – ошо матур хыялдарға инандыҡ, хатта 1980 йылда коммунизм еңәсәгенә ышандыҡ. Үҙебеҙ ҙә ошо идеологияны уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә пропагандаланыҡ – уларҙы алданыҡ.
Атайым Мөхәмәтҡолдо совхозға инмәгәне өсөн 1937 йылдың 2 октябрендә төндә ҡайҙалыр алып киттеләр, һәм шунан хәбәрһеҙ юғалды. Әсәйем дүрт бала менән ҡалды: өлкән ҡыҙына ни бары ун, кесеһенә – бер, миңә – ете йәш.
Ул ваҡыттағы наҙан атайымдың колхозға инмәүе һөҙөмтәһендә һис ғәйепһеҙгә атылғанын бөгөн нисек аңлатырға? Элекке колхоз-совхоздар ҡайҙа булды? Халыҡты теләһә ниндәй уйланып етмәгән реформалар бөлдөрә лә инде.
Ваҡытында капитализмды хурланыҡ, унда кешеләрҙең аяуһыҙлығы тураһында ауыҙ тултырып һөйләнек, ә хәҙер үҙебеҙ шул ҡоро­лошта йәшәйбеҙ. Әлбиттә, бер ҡоролоштан икенсеһенә күсеү анһат түгел. Ваҡыт кәрәк, кеше психологияһы шулай ҡоролған – бер быуын ғүмере лә етмәҫ. Шулай ҙа капиталистик тормошта йәшәү ҡағиҙәләрен күптәр аңлай башланы. Өҫтән күрһәтмә көтөп ятыу бер нәмә лә бирмәй: үҙеңә эшләргә, үҙеңә көрсөктән сығырға, үҙ йүнеңде үҙеңә күрергә, үҙ ереңә хужа булырға кәрәк. Ләкин уның өсөн шарттар ҙа, форсат та, ҡыйыулыҡ та етешмәй әлегә.
Минең яҡын ғына кешем: “Һин, Мөхәмәт ағай, тормоштан 20-25 йылға артта ҡалғанһың: иҫкесә йәшәйһең, иҫкесә уйлайһың”, – тине. “Шулайҙыр, мин – өлкән быуын кешеһе. Урлаша-алдаша белмәйем”, – тип яуап бирҙем. Хәҙер илдәге ҙур етәк­селәрҙең, министрҙарҙың мутлашыуы, урлашыуы, ришүәт алыуы һушты ала. Ләкин яңы осорҙоң башында хәл шулай булһа ла, ҡасан да ысын демократия ҡоролошо урынлашыр, етәкселәр үҙҙәре өсөн генә түгел, ә халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләр, тип уйлайым.
Советтар Союзы тигән ҡеүәтле дәүләт тарҡалды, 15 союздаш республика үҙаллы ил төҙөнө. Артабан тарҡалыуҙан һаҡланырға кәрәк, уның өсөн Рәсәйҙәге халыҡтар дуҫлығын нығытыу бик мөһим.

Мөхәмәт РӘШИТОВ,
тыл һәм һуғыш ветераны.





Вернуться назад