«Башҡортостан»ды үҙемде белгәндән бирле уҡыйым. Аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡанын алдырам. Байрам көндәрендә гәзит килмәй ҡалһа, нисектер күңелһеҙ булып киткән һымаҡ.
«Башҡортостан» —- бик йөкмәткеле гәзит. Уны ҡулыма алғас, уҡып бөтмәйенсә һалып ҡуймайым, ҡайһы бер мәҡәләләрҙе ҡабаттан уҡып сығам. Һуңғы арала «Өлгөрбай яҙмалары»ның килеп сығыуы һөйөндөрә. Әллә ҡайҙа йөрөнө ул юғалып.
Бына шул гәзитте алдырыусылар бик һирәк, шуға әсенәм. Халыҡҡа сыҡҡанда, шундай матур, үҙебеҙҙең милли баҫмабыҙҙы алдырмайынса, һары-һоро гәзит-журналдар уҡыған булаһығыҙ, тип әрләшеп бөтәм. Артабан да эште шулай дауам итегеҙ, ижадығыҙҙа уңыштар теләп ҡалам.
Хәкимйән ВӘКИЛЕВ.
Салауат районы,
Лағыр ауылы.