Студент-ирекмәндәр ҡәберҙәрҙе тәртиптә тота
…Бер көн телевизорҙан илһөйәрлек хаҡында ҡыҙыу бәхәс бара. Шул тапшырыуҙа сығыш яһаған олпат ҡына әфәнде:
– Хәҙер йәштәр Тыуған ил, тарих төшөнсәләренең бөтөнләй ҡәҙерен белмәй, – тип күңелгә хафа орлоғо һалырға самалай. Шул саҡ студияла булһам: “Ағай, Стәрлетамаҡҡа кил, беҙҙең йәштәрҙе күрһәң, хатаңды шунда уҡ танырһың!” – тиер инем.
Ысынлап та, бер эшкинмәгән һыйыр бөтә көтөүҙе бысрата тигәндәй, ҡайһы бер етешһеҙлектәре арҡаһында йәштәрҙе бер ҡалыпҡа һалырға күнегелгән (ә хәҙерге белем һәм тәрбиә системаһын алһаң, кемде кем ғәйепләргә тейеш икән әле?). Шулай ҙа, уйлап ҡараһаҡ, Тыуған ил, ғәзиз ер тип янып йәшәгән йәштәр бар ул! Һәр хәлдә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ошо ыңғай күренеш менән ғорурлана ала. Был йәш быуындың изге эштәрендә сағыла. Ололарға, әлеге көндә иҫән булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам итеү, мәрхүм булғандарының ҡәберҙәрен тәртиптә тотоуҙы ғына алһаҡ та, күпте һөйләргә булыр ине.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы студенттары әлеге эштәрҙе изге бер йолаға әйләндергән. Бында теүәл ун йыл эшләп килгән “Ярҙам” исемле ирекмәндәр отряды ауыр хәлдәге ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер. Әйтергә кәрәк, ҡайһы берәүҙәр һымаҡ, улар исем өсөн 9 Май алдынан ғына башҡармайҙар был эште. Күптән түгел уларҙы ҡала зыяратында тап иттем.
Егермеләгән студент ҡаланың йәштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡарауһыҙ ҡалған ҡәберлектәрен таҙартып, буяп йөрөй ине.
– Ҡәберлектәрҙе өсөнсө йыл рәттән таҙартабыҙ. Үҙебеҙгә беркетелгән ветерандар ҙа бар ине, мәрхүм булдылар. Уларҙың да һуңғы төйәген тәртиптә тотоу – беҙҙең өҫтә, – тип ҡаршы алды хәбәрсене колледж директорының тәрбиә эштәре һәм маркетинг буйынса урынбаҫары Евгений Моратшин.
Һәр ваҡ-төйәккә иғтибарын йәлләмәй башҡара эштәрен студенттар: йондоҙсоҡтарҙы матур итеп буяй, ҡороған ботаҡ-япраҡтарҙы ҡәбер өҫтөнән алып ташлай. Буяу тигәндән, аҡсаға әйләндергәндә, хәҙер уныһы ла осһоҙ тормай бит. Ҡайҙан алалар икән? Уйымды уҡығандай:
– Әлдә бағыусылар бар. Юҡһа, буяу материалын табыуы еңелдән булмаҫ ине. Ни тиһәң дә, һәр эштең башы аҡсаға барып төртөлә шул. Бөгөн, мәҫәлән, матди яҡтан “Глобус-трэвел плюс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙам итте. Кемдең күңелендә ветерандарыбыҙға хөрмәт бар – һәммәһе лә үҙ өлөшөн индерергә тырыша, – ти ҡала хакимиәтенең йәштәр бүлеге белгесе Людмила Мальцева. Килешмәй сара юҡ.
Ирекмәндәрҙе күҙәткән арала шуға иғтибар итәм: эш башҡарып ҡына ҡалмай, ваҡыты-ваҡыты менән йәштәр ҡәберлектәрҙәге яҙыуҙарға, йондоҙҙарға оҙаҡ ҡына ҡарап ала. Әйтерһең дә, ҡыҙҙар-егеттәр шул яҙыуҙар аша батырҙарҙың ҡаһарманлығына күҙ һала, дәһшәтле йылдарға баға. Нисек кенә булмаһын, шул саҡ күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо тыуа, баштан “бындай йәштәр барҙа тарих онотолмаҫ” һымағыраҡ уйҙар үтә. Изге бурысынан айырмаҫҡа тырышып, бер-ике студенттан уй-фекерҙәрен белешәм.
– Германия еңгән осраҡта илдә ниндәй тормош булырын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Хәйер, фашист ҡомһоҙлоғо арҡаһында, бәлки, беҙ ҙә булмаҫ инек. Шуға атай-олатайҙарҙың батырлығы халҡыбыҙ өсөн мәңге изге ваҡиға булып ҡаласаҡ. Ә беҙ был тарихты оноторға тейеш түгел һәм онотмайбыҙ ҙа, – тине III курс студенты Наил Фәтҡуллин. Һүҙгә Рөстәм Исмаҡов ҡушылды:
–- Уйлап ҡараһаң, һәр беребеҙҙең атай-олатай, ҡартатайы һуғышта ҡатнашҡан бит. Мәҫәлән, үҙемдең ҡарт олатайым яу яланында ятып ҡалған. Ҡәҙерле кешем фашист самолетының бомбаһы шартлауынан мәрхүм булған. Нисек итеп яу яланында башын һалған олатайыңды, Еңеү өсөн баш күтәрмәй эшләгән тыл батыры – өләсәйеңде оноторға була? Һәммәһе лә хәтер һандығында һаҡланырға тейеш.
Бындай егеттәр үҙҙәре лә ил терәге булыр. Ошо илһөйәрлек түгелме ни?!
ГлавАренда - снять квартиру.