Хаҡ ҡуйылды28.06.2014
Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса хеҙмәт күрһәтеүгә иң юғары хаҡ билдәләнде. Уның Төбәк операторы фондынан түләнеүе мөмкин.


2014 йылға йорттағы дөйөм майҙандың бер квадрат метры өсөн хаҡ 3 900 һум тәшкил итә. Башҡортостан Хөкүмәтенең ошо туралағы ҡарары хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында донъя күрҙе. Киләһе йылдарға күп фатирлы йорттағы дөйөм мөлкәтте капиталь төҙөкләндереү буйынса хеҙмәттең иң юғары хаҡы инфляция кимәленән сығып индексацияланасаҡ.




Вернуться назад