Башҡортостандан 29 проект “iВолга” халыҡ-ара форумы финалына сыҡты һәм федераль ярҙамға дәғүә итә. Уларҙың иң яҡшылары сараны ябыу тантанаһында асыҡланасаҡ.
Иң яҡшы проект авторҙарына 100-300 мең һум күләмендә грант тапшырыла. Быйыл йәштәр йыйынына Волга буйы федераль округындағы төбәктәрҙән ике меңгә яҡын кеше йыйылды. Башҡортостандан унда 100-ҙән ашыу студент һәм йәмәғәт ойошмалары вәкиле юлланды. Форумда оҫталыҡ дәрестәре, өр-яңы идеялар йәрминкәһе, конференциялар уҙғарыла.
“iВолга” – округтағы йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге йыл һайын уҙғарылған төп ваҡиға. Ул йәштәрҙең һәләтен тормошҡа ашырыу, инновациялы идеяларҙы үҫтереү өсөн шарттар булдырыу маҡсатында ил Президентының күрһәтмәһенә ярашлы ойошторола.