Рухлылар эшләй бында28.06.2014
Рухлылар эшләй бында
...Зөбәй Үтәғолов, Жәлил Кейекбаев, Ноғман Мусин, Әнисә Таһирова һәм башҡа бихисап абруйлы шәхестәргә белем биргән Маҡар мәктәбе. Ниндәй өлкәне генә алма – һәммәһендә лә ошо белем усағын тамамлағандар хеҙмәт күрһәтә. Яҡшы белем дә, ҡиммәтле тәрбиә лә, рухи үҫеш тә бар был йортта.


150 йылға яҡын элек барлыҡҡа ки­лә әлеге уҡыу йорто. Билдәле, төр­лө йылдарҙа байтаҡ үҙгәрештәргә лә дусар була ул. Әммә шуныһы ҡим­мәт: бер ҡа­сан да был белем усағы “көслө мәк­тәп” исемен юғалтмай.
– Быйылғы уҡыу йы­лын 133 бала тамамланы. Мәктәпкә Маҡар балалары ғына түгел, күрше ятҡан Ибрай, Иҫәкәй, Һарғай һәм Егән ауылдарынан да йөрөп уҡыйҙар. Музыка мәктәбе эшләй, балалар төрлө түңәрәктәрҙә ихлас шө­ғөл­ләнә, – ти директор Гөлнара Хис­мә­тул­лина, мәктәп тормошо менән таныш­тырып. Заманы шулай, бер мәғлүмәт бигерәк тә иғтибарҙы йәлеп итә: бында – 11 класс. Тимәк, мәктәп тулы, ауылдың да киләсәге бар!
Шул уҡ ваҡытта нисәмә йыл буйы абруй ҡаҙанып килгән белем биреү учреждение­һы­ның эшен юғары кимәлдә алып барыуы еңелдән тү­гелдер. Был йәһәттән мәк­тәп коллективына афа­рин тип әйтергә ҡа­ла. Баш­ҡортостан сәнғәт донъя­һының тере ле­ген­даһы Мәрйәм апай Солтанованы телгә алһаҡ та күпте әйтергә булыр ине. Хәйер, көслө уҡы­тыусылар булғанда, ауылдың ғына түгел, илдең киләсәге өсөн дә ҡурҡыныс юҡ.


Вернуться назад