Ҡәҙерле дуҫтар! 1 июлдән “Башҡортостан”дың Интернеттағы сайтына (www.bash.bashgazet.ru) гәзиттәге мәҡәләләрҙең бер өлөшө генә ҡуйыла башлай. Уларҙы тулыһынса уҡырға теләгәндәргә баҫмабыҙҙың электрон версияһына (PDF форматында) яҙылыу мөмкинлеген файҙаланырға кәңәш итәбеҙ.
Бындай ысулдың ете уңайлы яғы бар:1. Аҡсаңды экономиялайһың
Электрон версия ҡағыҙҙа баҫылған гәзиткә ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ.
2. Ҡәҙимге почтанан тиҙерәк килеп етә
Интернеттағы йәшнигегеҙгә һалынған электрон гәзитте ҡағыҙ версияһы сығырҙан бер көн алдараҡ (киске сәғәт 9-10-дарҙа) уҡыясаҡһығыҙ.
3. Урын алмай
Электрон почтаға килгән гәзит аҙаҡ өҫтәлдәрегеҙҙе, шкафтарығыҙҙы биләп, иҙәндәрегеҙҙә буталып ятыу менән янамай. Уны Интернеттан компьютерығыҙға күсереп һалмайынса ғына ла уҡырға мөмкин.
4. Туҙмай
Электрон гәзит бер ваҡытта ла иҫкермәй, төҫ юғалтмай, йыртылмай, бысранмай.
5. Нервығыҙҙы һаҡлай
Гәзиттең ниндәйҙер һаны юғалыр, урланыр тип ҡурҡмайһығыҙ, сөнки электрон “һандыҡ” үҙегеҙ генә белгән пароль ярҙамында һаҡлана.
6. Тирә-яҡ мөхиткә зыянһыҙ
Ул тәбиғәтте зарарламай, шулай уҡ йылына меңдәрсә төп ағасты һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирә.
7. Һеҙҙе үҙе эҙләп таба
Ниндәйҙер сит өлкәгә йәки илгә сәфәргә сығып киттегеҙ, ти. Ә унда почта хеҙмәте булмаһа, хат һәм гәзит-журнал ташыусылар бөтөнләй эшләмәһә? Йә бер нисә көнгә һуңлатып таратһалар? Ҡурҡмағыҙ, һеҙҙең өсөн Интернет менән бәйләнеш булыуы ғына шарт. Республика яңылыҡтарын «Башҡортостан»дың электрон версияһы аша ваҡытында белеп торорһоғоҙ.
Иң мөһиме – электрон гәзит ҡағыҙҙағы «туған»ынан йөкмәткеһе һәм биҙәлеше буйынса тамсы ла айырылмай.
Рәхәтләнеп уҡығыҙ!
Хаҡтары түбәндәгесә:
6 айға – 150 һум;
1 йылға – 300 һум.
PDF версияһына редакцияға килеп яҙылырға йәки беҙҙең реквизиттар буйынса почта бүлексәһендә аҡса күсерергә һәм квитанция күсермәһен беҙгә почта (шулай уҡ электрон адрес) аша һалырға мөмкин. Электрон йәшнигегеҙҙең адресын күрһәтергә онотмағыҙ.
Белешмә өсөн телефон:
272-62-61.