«Коллектив менән – “Башҡортостанға!» акцияһына ҡушылып, Төрөмбәт урта мәктәбе коллективы киләһе ярты йылға яратҡан гәзитенә яҙылды.
Йәмле Өршәк яры буйында ауылға йәм биреп ултыра мәктәп. Балалар белем усағына ҙур өмөттәр, хыялдар менән килә, киләсәк тап ошонан башлана ла инде улар өсөн. Йөҙгә яҡын уҡыусыһы, ике тиҫтә уҡытыусыһы булған был мәктәп ҙур маҡсаттар менән йәшәй, яңы пландар ҡора, уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн арымай-талмай эшләй. Һөҙөмтәләр ҙә көттөрмәй: йылдың-йылы үткәрелеп килгән район, республика олимпиадалары, конкурстары, ярыштары еңеүселәре араһында Төрөмбәт уҡыусылары ла бар.
Был уңайҙан тарих уҡытыусыһы Т.Ғ. Ибраҡова, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.М. Юлмөхәмәтова, башланғыс кластар уҡытыусыһы Г.Р. Ильясова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Г.Ә. Назарова, Д.И. Иҫәнбаеваны билдәләп үтмәй булмай.
Уҡыусыларҙың милли аңын, рухын үҫтереү, башҡорт йолаларын, ауыл тарихын, шәжәрәне өйрәнеү йүнәлешендә лә ҙур эштәр башҡарыла, милли көрәште үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. Физкультура уҡытыусыһы Б.М. Ильясов, уҡыусыларҙы көрәш серҙәренә өйрәтеп, йәш батырҙары менән дан тотҡан Төрөмбәт ауылының традицияларын лайыҡлы дауам итә. Мәктәп заманса йыһазландырылған, евро стилендә ремонт үткәрелгән, компьютер класы, интерактив таҡталар – барыһы ла уҡыусыларға төплө белем биреү өсөн эшләнгән.
Йөҙ йыллыҡ тарихы булған Төрөмбәт мәктәбе талантлы шәхестәр, билдәле спортсылар, алдынғы эшселәр тәрбиәләгән. Әле улар ауылда, районда, республиканың төрлө урындарында фиҙакәр хеҙмәт итә. Был шәхестәр – төрлө мәктәп сараларында көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ, кәңәшселәр.
Талантлы шағир Рәшит Назаров менән яҡташтары айырыуса ғорурлана. Йыл һайын «Назаров уҡыуҙары» үткәрелә, уҡыусылар шағирҙың тормош юлын өйрәнә, туғандары менән осраша.